Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
3 Декабрь 2019, 13:20

«Башҡортостанда урман картаһы» мобиль ҡушымтаһы һыналды

Интерактив картаны Ауырғазы районының Талбазы ауылы янында тикшереп ҡаранылар.

Ҡушымта ярҙамында урман участкалары тураһында теүәл мәғлүмәт алырға, кварталдарҙы асыҡлап, сикләүҙәрҙе, башҡарылған урман хужалығы эштәрен, күрше район сиктәрен, ҡурсаулыҡҡа алынған биләмәләрҙе, ә иң мөһиме закон боҙоусыларҙы ла билдәләп була.

Мобиль ҡушымтаның эш барышында барлыҡ нормаға тап килеүе, үрҙә әйтелгәндәрҙе лә теүәл күрһәтеүе асыҡланды.

Уны республикала йәшәүсе һәр кеше үҙенең смартфонына күсереп ҡуя ала.

Фото: БР Урман хужалығы министрлығынан.

https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/Bash-ortostanda-urman-karta-i-mobil-ushimta-i-inaldi-24847/

Читайте нас: