Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
1 Декабрь 2019, 00:00

Эльвира Айытҡоловаға - Рәхмәт хаты

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары Эльвира Айытҡолова быйыл Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе итеп һайланды. Быйылғы Ҡоролтайҙа Эльвира Айытҡолова республиканың киң мәғлүмәт саралары етәкселәренә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы үткәргән сараларҙа әүҙемерәк ҡатнашырға саҡырып мөрәжәғәт иткәйне. Уларҙың иҫәбендә быйыл көҙ РФ субъекттарында уҙғарылған Башҡорт мәҙәниәте көндәре һәм республикала ойошторолған «Айыҡ ауыл-2019» бәйгеһе.

Ошо көндәрҙә Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путин Рәсәй йәмғиәтенең ижтимағи-сәйәси тормошонда әүҙем ҡатнашҡаны һәм Бөтә Рәсәй халыҡ фронты сараларын, программаларын бойомға ашырыуға ҙур өлөш индергәне өсөн Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе, БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары Эльвира Айытҡоловаға рәхмәт хаты тапшырҙы.
Читайте нас: