Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
30 Ноябрь 2019, 23:00

Вероника Скворцова республиканың Ашығыс ярҙам хеҙмәте эшен юғары баһаланы

Федераль ведомство етәксеһе бөгөн баш ҡалала тиҙ ярҙам үҙәгендә булып яңы мөмкинлектәр менән танышты. Атап әйткәндә ашығыс ярҙам хеҙмәте республиканың медицина мәғлүмәт-аналитика системаһына индерелә.

Был үҙгәреш ҙур алға китеш һәм хеҙмәт эшен күпкә камиллаштырасаҡ. Үҙәкләштерелгән программала республика биләмәһендә эшләүсе бар тиҙ ярҙам машинаһы ла күҙәтеүҙә буласаҡ. Табиптар әйтеүенсә, программа Өфөлә күптән эшләй. Уның аша ашығыс ярҙам бригадаларын хәрәкәтен көйләргә мөмкин.

Быйыл ашығыс медицина хеҙмәтенә тағы ла 60 техника алынасаҡ. Уның яртыһы федераль ҡаҙна иҫәбенә. Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса 2024 йылға тиклем техника паркы яңыртылырға, автомобилдәрҙең 90 проценты биш йылдан да артығыраҡ йөрөмәҫкә тейеш. Шулай уҡ табиптар менән бәйләнеш тә хәҙер планшет компьютерҙары ярҙамында ғына ойошторола. Ашығыс ярҙам бригадаһы тәғәйен урынға барып еткәнсе пациенттың медицина картаһын, ауырыуҙар тарихын ҡарай ала.

Һаулыҡ һаҡлау министры республиканың онкология диспасерында барлыҡҡа килгән яңы ҡорамалдар менән дә ҡыҙыҡһынды. Медицина учреждениеһы юғары тиҙлекле һәм теүәл нурланыш терапияһын үҙләштерә. Һатып алынған радиохирургия ҡорамалдары яман шеш ауырыуҙарын һөҙөмтәле дауалау мөмкинлеге бирә. Вероника Скворцова был мөмкинлектәр менән илдең һанаулы ғына төбәктәре маҡтана алыуын белдерҙе.

Яңылыҡтарҙан.
Читайте нас: