– “Рәсәй Федерацияһының граждандарҙың сәләмәтлеген һаҡлау тураһындағы закондар нигеҙҙәре”нең 33-сө статьяһына ярашлы, һәр пациенттың табип тәҡдим иткән хирургия операцияһы яһауҙан баш тартыу хоҡуғы бар. Әгәр пациентҡа 15 йәш тулмаған йәки юридик яҡтан хоҡуҡһыҙ икән, уның өсөн был мәсьәләне законлы вәкилдәр хәл итергә тейеш.
Шул уҡ ваҡытта бер нәмәне хәтерҙән сығарырға ярамай: әгәр пациенттың ғүмерен ҡотҡарыу тураһында һүҙ барһа, әммә ул йәки уның законлы вәкиле хирургия операцияһы яһатыуҙан баш тартһа, медицина ойошмаһының судҡа ғариза биреү хоҡуғы бар. Әгәр пациенттың вәкилдәренән һорау мөмкинлеге булмаһа, медицина консилиумы ойошторола.
Яҡын-тирәләгеләр, йәмғиәт өсөн хәүефле сирлеләрҙе мәжбүри дауалауға ебәреүҙәре ихтимал. Был осраҡта ауырыуҙы ҡарау һәм медицина күҙәтеүе өсөн табип яуап бирһә, дауаханаға һалыу тураһындағы ҡарарҙы иһә суд ҡабул итергә тейеш.
“Бурыс өсөн утһыҙ тороп ҡалабыҙмы?”– Электр энергияһын иҫәпләү приборҙарын (счетчик) күҙәтеүсе һәм тикшереүсе хеҙмәткәр хатаһы сәбәпле, күрһәткестәр дөрөҫ яҙылмаған. Һөҙөмтәлә электр энергияһы буйынса бурыс йыйылған. Ошо сумманы ай һайын түләйбеҙ, сөнки, сумманың ҙур булыуы сәбәпле, бер юлы ғына иҫәпләшә алмайбыҙ. Бының өсөн электр энергияһын өҙә алалармы? Ә беҙҙең ғаилә ҙур: бәлиғ булмаған өс балабыҙ бар.Диләфрүз.Салауат районы.– Әгәр бурыс күләме электр энергияһын файҙаланған өсөн ике айлыҡ түләү күләменән артһа, һеҙҙе утһыҙ ҡалдырыуҙары законға ярашлы буласаҡ, әммә был хаҡта алдан хәбәр итергә тейештәр.
Әгәр бурысығыҙҙы һуңғараҡ түләүегеҙ хаҡында яҙма килешеү булып та, ундағы талаптарҙы үтәмәһәгеҙ, электр энергияһын өҙәсәктәр һәм улар хаҡлы буласаҡ. Тик бер шарт бар: һеҙгә был хаҡта 20 көн алдан хәбәр итергә тейештәр.
Фатир кемгә эләгер?– Атайым 2002 – 2012 йылдарҙа законлы никахта йәшәне. Тап ошо осорҙа ул фатир һатып алғайны. Ҡатыны менән айырылышҡанда мөлкәтте бүлешмәнеләр. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, быйыл атайым вафат булды. Уның элекке ҡатыны фатирға дәғүә итә аламы?Зилә.– Эйе, атайығыҙҙың элекке ҡатынының күсемһеҙ милеккә хоҡуғы бар. Законға ярашлы, никах тарҡалғас, уртаҡ мөлкәтте бүлеү өсөн өс йыл ваҡыт бирелә. Әммә Рәсәй Гражданлыҡ кодексының 200-сө статьяһында, был ваҡыт кешенең үҙенең хоҡуҡтарын белгән йәки асыҡларға тейеш мәлдән иҫәпләнә башлай, тип яҙылған. Тимәк, атайығыҙҙың ҡатыны дөйөм мөлкәт тураһында мәғлүмәткә эйә булған көндән һанала.
Инспекторҙың видеоға төшөрөү хоҡуғы бармы?– Мине ЮХХДИ инспекторҙары туҡтатты һәм алкоголле эсемлек ҡулланыу-ҡулланмауымды тикшерҙе. Ниңәлер эш планшеты түгел, ябай смартфон менән видеоға төшөрҙөләр. Улар хаҡлымы?Д. ИҘРИСОВ.Өфө ҡалаһы.– Рәсәй Эске эштәр министрлығы тарафынан 2017 йылдың 23 авгусында сығарылған 664-се фармандың 40-сы пунктына ярашлы, хеҙмәткәрҙәргә һанлы технологияларҙы файҙаланыу рөхсәт ителә. Һеҙҙең осраҡта инспекторҙар смартфонды законға ярашлы файҙаланған. Был видеояҙма протоколға йәки кешенең алкоголле эсемлектәрҙе файҙаланыу-файҙаланмауы тураһындағы актҡа беркетеләсәк.
https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/yurist-k-sht-red/