Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
29 Ноябрь 2019, 10:30

Ҡыҙыл Пашаға таҡтаташ

Легендар шәхес, башҡорт халҡының бөйөк улы, Советтар Союзының ғәрәп илдәрендәге тәүге тулы хоҡуҡлы илсеһе Кәрим Хәкимовтың иҫтәлеге мәңгеләштерелде.

Мемориаль таҡтаташ Өфөнөң Чернышевский урамында, билдәле совет дипломаты белем алған мәҙрәсәлә асылды. Хәҙер был йортта Рәсәй Ислам университеты урын алған. Таҡтаташҡа мәғлүмәттәрдүрт телдә - башҡортса, русса, ғәрәпсә, инглизсә яҙылған. Был осраҡлы түгел. Кәрим Хәкимовтың тормошо халыҡ-ара эшмәкәрлек менән бәйле, ул күренекле совет дипломаты. Тап Кәрим Әбдрәүф улы йәш Совет Республикаһының ғәрәп-фарсы донъяһы менән дуҫлыҡ мөнәсәбәттәренә нигеҙ һала.

Кәрим Хәкимов ябай ауыл малайы, ул 1892 йылда әлеге Бишбүләк районының Дүсән ауылында тыуа. Һарайлы-мең ырыуы башҡорто. Тап белемгә ынтылышы, зирәклеге, тырышлығы яҡташыбыҙҙы батшалар кимәлендә эшләрлек дәрәжәгә күтәрә. Ул Сәғүди дәүләтенең барлыҡҡа килеүендә ҡатнаша һәм ил менән идара иткән хакимдың яҡын дуҫына әйләнә, ярымутрау халҡының ышанысын яулай. Билдәле журналист, Кәрим Хәкимовтың туғаны Шамил Вәлиев әйтеүенсә, легендар дипломаттың исеме бөгөн дә халыҡ-ара мөнәсәбәттәрҙе нығытыусы булып тора.

Кәрим Хәкимов ғәрәп дәүләттәре халҡына медицина ярҙамы күрһәтеүе ойоштора, Советтар иленән кәрәкле тауарҙар килтертә. Ябай кешеләр уны урындағы йолаларҙы, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе, тарихты, телде белеүе өсөн хөрмәт итә. Кәрим Хәкимовтың шәхесе бөгөнгө быуын өсөн дә юғары һөнәри оҫталыҡ өлгөһө булып ҡала. Рәссам Камил Буҙыҡаев легендар шәхес хаҡында фильм төшөрөргә ниәтләй.

Таҡтаташ асыу тантанаһында Ислам форумы ҡунаҡтары, билдәле шәхестәр ҡатнашты. Уларҙың фекере бер, Кәрим Хәкимовтың исеме мәңгеләштерелергә, киләсәк быуынға еткерелергә тейеш.

Легендар шәхес, билдәле совет дипломаты, башҡорт халҡының бөйөк улы Кәрим Хәкимовтың исеме республика йәмәғәтселегенә яҡшы таныш, ул Ҡыҙыл паша булып сәхнәгә сыға, Өфөлә урам аталған, тыуған яғында данлыҡлы яҡташыбыҙ исемендәге музей бар. Әммә тарихсылар әйтеүенсә, әле Кәрим Хәкимовтың тормош юлы тулыһынса өйрәнелмәгән, бөйөк шәхестең биографияһында асылмаған биттәр күп.

Яңылыҡтарҙан.
Читайте нас: