Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
29 Ноябрь 2019, 15:10

"Әхмәрҙә "Ялан-Тау" кооперативының мал һуйыу пункты асылды"

тип хәбәр итә "Бәйләнештә"ге сәхифәһендә Баймаҡ районы хакимиәте башлығы Фәнис ӘМИНЕВ:

- Әхмәр ауылында 28 ноябрҙә "Ялан-Тау" ауыл хужалығы ҡулланыусылар эшкәртеү кооперативының мал һуйыу пункты асыды. Ул, эргә-тирәләге ауылдарҙың халҡына ғына түгел, күрше Сибай ҡалаһы, Әбйәлил районы халҡына, йылҡы, һыйыр һәм кәзә-һарыҡ малын һуйыу, итен һаҡлау һәм эшкәртеү, фасовкалау кеүек хеҙмәттәрен күрһәтәсәк. Унда өҫтәмә рәүештә 3 кешегә эш урыны булдырыласаҡ.

2018 йылда Баймаҡ районы БР Ауыл хужалығы министрлығына тапшырған биш проекттың дүртәүһе программаның конкурс шарттарын теүәл үтәп, дәүләт ярҙамы алды. Ағымдағы йылда алты ғариза әҙерләнде һәм уларҙың бөтәһе лә конкурстан үтте.

https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/hm-r--Yalan-Tau-kooperativini-mal-uyiu-punkti-asildi-22188/

Читайте нас: