Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
29 Ноябрь 2019, 15:15

Өфөлә йәйәүлеләр өсөн үткәүелдәргә светодиодлы яҡтыртҡыс ҡуйыла

Өфөлә үткәүелдәргә (пешеходный переход) светодиодлы яҡтыртыу, хәрәкәт датчиктары, шулай уҡ махсус лампалар ҡуйыла башланы.

Тәүге “аҡыллы” үткәүел Эшсе хәбәрселәр урамында урынлашҡан 5-се лицей янында барлыҡҡа килде.

Йәйәүле кеше автомобилдәр хәрәкәт иткән юлға яҡынлашҡанда светодиодлы лампалар ҡыҙыл төҫ менән яна һәм водителдәрҙең иғтибарын йәлеп итә.

https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/f-l-y-y-lel-r-s-n-tk-eld-rg-svetodiodli-ya-tirtiu-uyila-21939/

Читайте нас в