0 °С
Болотло
Беләһегеҙ, беҙҙең баш ҡалала йылғалар етерлек, һыу инеү урындары ул тиклем күп түгел. Йәғни яҡшы йыһазландырылғандары. "Ҡояшлы" пляжы үҙенә башҡа һымаҡ.
Бына тап шуны ҡыш көнө лә файҙаланмаҡсы булалар. Ҡала хакимиәтенең "Инвестиция сәғәте"ндә эшҡыуар Марат Бураканов яңы проектын тәҡдим итте.
Ял зонаһында ике каток, яңы йыл шыршыһы, тау, хоккей майҙансығы, сәхнә урынлаштырырға мөмкин, ти ул. Ҡала хакимиәте башлығы проектты хуплаған. Тимәк, тиҙҙән беҙҙең "ҡышҡы пляж" асыласаҡ.
https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/Bash-alani-t-p-plyagi-ishin-da-asi-22109/