Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
29 Ноябрь 2019, 12:10

“Аяғына баҫа алмаҫ, тип хәүефләнгәйнек, ә ул... сәхнәлә!”

Мөғжизәләр тирә-яғыбыҙ тулы. Хәтерләйһегеҙҙер, күнегеүҙәр мәлендә 22 йәшлек йырсы-акробат Аҡйегет Вәлитов Өфөнөң батут үҙәгендә, муйынын һындырып, яҡындарын, тамашасыларын ныҡ борсоуға һалғайны. Ниһайәт, ныҡыш, рухлы егет аяҡҡа баҫты, улай ғына ла түгел, акробат 30 ноябрҙә сәхнәгә сыға.

Аҡйегеттең бер туғаны Алтынай шатлығы менән бүлешеп, һүҙ һәм финанс ярҙамы күрһәткән һәр кемгә рәхмәт белдерә.
Йәш кеше тыуған көнөн үткәреп, иртәгәһенә күнегеүҙәр яһаған мәлендә ҡатмарлы трюктан ергә бик уңайһыҙ килеп төшә. Шунда уҡ реанимацияға эләгә. Операция яһайҙар.
-Уның аяҡ-ҡулдары хәрәкәтләнмәҫ булды. Табиптар йөрөү-йөрөмәү мөмкинлеген 50-гә 50 тип баһаланы. Рәхмәт табиптарға! Һеҙҙең тырышлығығыҙ һәм туғанымдың ныҡышмалылығы һөҙөмтәһендә ҡыҫҡа ваҡыт эсендә сирҙе еңдек! Аҡйегет еңде! – ти Алтынай.
30 ноябрҙә “Өфө уттары” сәхнәһенә тамашасылары ҡаршыһына сығасаҡ Аҡйегеткә уңыштар теләйбеҙ!https://bash.rbsmi.ru/articles/s-l-m-t-bulayy/Aya-ina-ba-a-alma--tip-h-efl-ng-ynek--ul--s-hn-l-21714/
Читайте нас: