Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
29 Ноябрь 2019, 15:25

Һалымды телефон ҡушымтаһы аша ла түләп була

Башҡортостандың Федераль һалым хеҙмәте идаралығы "Күсереп ал да, түлә" тигән акция үткәрә.

Бының өсөн «Физик шәхестең шәхси кабинеты» интернет-сервисының аналогы булған «Налоги ФЛ» мобиль ҡушымтаһын App Store йәки Google Play аша смартфонға күсереп алып, тиҙ генә һалымды түләргә мөмкин.

Ҡушымта менән идара итеүҙең бер ҡыйынлығы ла юҡ.

Ул Андроид һәм iOS платформаһында эшләй.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: 2018 йыл өсөн һалымдарҙы 2 декабргә тиклем түләп ҡуйыуың хәйерле.

https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/alimdi-telefon-ushimta-inan-da-t-l-p-bula-21692/

Читайте нас: