"Һеңлем бәләкәй булғанғамы, студент йылдарында ауыл һәр ваҡыт үҙенә тартты, – ти был хаҡта сәхнә йондоҙо Земфира Байбулдина. – Туҡһанынсы йылдар башы, аҡсаһыҙлыҡ, гел юлайҡан йөрөнөм. Ике аҙна һайын аэропорт янындағы юл сатына сығып китә инем. Һалҡын ҡышта юлда аяғыма һыуыҡ тейҙерҙем. Ҡайҙа инде бейеү?! Ултырған урынымдан ҡуҙғала алмаҫлыҡ хәлдә инем. Ауылдағы фельдшер көнөнә өсәр укол ҡаҙап, мине аяҡҡа баҫтырҙы. Сәләмәтлегем ҡаҡшағас, башҡаса бейеүгә йөрөмәй башланым".