- КУН сүмесле, экскаватор ҡоролмалы МТЗ - 82.1 "Беларус" тракторы менән "ГАЗ" вакуум машинаһы тәү сиратта коммуналь проблемаларҙы хәл итеүгә ҡоролған. Уларҙы һатып алыу Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хабиров ярҙамы менән республика һәм Ырымбур өлкәһе араһындағы партнерлыҡ мөнәсәбәттәр арҡаһында мөмкин булды.
Техника Гай тау-байыҡтырыу комбинатынан килтерелгән. Был бүләк бик актуаль һәм кәрәк. Йылайыр ауыл халҡы өсөн шатмын, бындай ярҙам өсөн беҙҙең республика етәкселегенә, күршеләребеҙгә рәхмәтлемен. Шулайтып бергәләшеп кенә беҙ көнүҙәк мәсьәләләрҙе хәл итә аласаҡбыҙ.