Стэрлебаш шишмэлере
-3 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
28 Ноябрь 2019, 13:35
Әсә көнөнә шәп бүләк!
Белеүегеҙсә, "Башҡортостан" гәзите аҙна һайын баҫмаға яҙылған дуҫтары араһында бүләк уйната. Уҙған аҙнала ла шулай булды. Ғәҙәттәгесә, йома һанында йомғаҡ баҫылып сыҡты.
Кисә редакциябыҙға шатлыҡлы хәбәр килде. "Әсәйемә байрамға киләһе йылға "Башҡортостан" гәзитенә яҙҙырылған квитанция бүләк иткәйнем, бүләк эсендә тағы бер бүләк булып сыҡты. Гәзиттең "Аҙна һайын – бүләк!" акцияһында еңеүсе булдыҡ! Хәтәр шәп бит, ә! Тура килеүен әйт әле! "Башҡортостан" хеҙмәткәрҙәренә ижади уңыштар, осло ҡәләм, күп-күп уҡыусылары булыуын теләйем! Әсәйемде шатландырғанығыҙ өсөн ҙур рәхмәт!” – тип яҙа Мәләүездән Сәлимә Ҡолмөхәмәтова.
Бәхетле әсәй Федоровка районының Һәйет ауылында йәшәй. Ә һеҙ әсәйҙәрегеҙгә ошондай иҫтә ҡалырлыҡ бүләк әҙерләнегеҙме?
https://bash.rbsmi.ru/articles/g-zitk-ya-ylyu/s-k-n-n-sh-p-b-l-k-20512/
Читайте нас:
Новости партнеров
Лена ханым: "Улымды онотмайҙар"
На уровне молекул
Салкын тигәндә мунча керергә ярыймы?