Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
28 Ноябрь 2019, 13:15

Полицейский баланы үлемдән ҡотҡарған

Ағиҙел ҡалаһында полиция хеҙмәткәре кешеләрҙе ҙур фажиғәнән ҡотҡарған.

Ошо көндәрҙә Комсомолдар бульвары урамында күп ҡатлы йортта янғын сыҡҡан. Ғәҙәттән тыш хәл тураһында мғәлүмәт алыу менән, йорт янына тәүгеләрҙән булып Ағиҙел ҡалаһы буйынса эске эштәр бүлегенең начальник ярҙамсыһы, өлкән лейтенант Наил Исламов килеп еткән. Әмәлгә ҡалғандай, был көндө ул дежурҙа булған.
Янғын бишенсе ҡаттағы фатирҙа сыҡҡан. Өлкән лейтенант тиҙ арала кешеләрҙе эвакуациялау эшен башлаған. Улар менән әңгәмәләшкән арала фатирҙарҙың береһендә 11 йәшлек ҡыҙ тороп ҡалыуы асыҡланған. Наил Исламов бер янғын һүндереүсенең маскаһын алып торған да ҡотҡарыусы менән бергә бишенсе ҡатҡа тағы ла күтәрелгән. Фатирҙарҙың береһендә, ысынлап та, ҡыҙ табылған. Полиция хеҙмәткәре уны ҡулына алған, төтөнгә сәсәмәһен өсөн битен маска менән ябып урамға, атаһы янына сығарған.
Ҡотҡарыусыларҙың һәм полиция хеҙмәткәрҙәренең әүҙемлеге һәм дөрөҫ ғәмәлдәре арҡаһында бер кем дә зыян күрмәгән.
Янғын сыҡҡан йортта йәшәгән бер ҡатын иһә Наил Исламовҡа ҙур рәхмәт белдереп, ведомствоға хат яҙған, шундай оло йөрәкле, ҡыйыу полицейскийҙар һөнәрҙең абруйын күтәрә, тип белдергән.
Читайте нас: