Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
28 Ноябрь 2019, 17:00

Наркомандар - рулдә

Ҡырын эш ҡырҡ йылдан һуң да беленә. Өфөлә йәшәгән ике иргә водитель танытмаһы алыуға наркологтан ялған белешмәне файҙаланғаны өсөн енәйәт эше асылған. Был хаҡта Башҡортостан прокуратураһының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.

Енәйәтселәрҙе иректән мәхрүм итеүҙәре йәки уны сикләүҙәре ихтимал. Бер йылға тиклем мәжбүри эштәргә йәлеп итеүҙәре лә бар.
Ҡаланың Орджоникидзе районы прокуратураһы юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге тураһындағы закондың үтәлешен артабан да контролдә тотасаҡ. Бынан тыш, прокуратура дәғүәһе буйынса туғыҙ кеше водитель танытмаһынан мәхрүм ителгән, сөнки улар наркологта иҫәптә тороуҙарына ҡарамаҫтан, автомобиль йөрөткән. Өҫтәүенә ялған медицина документтары һатыу тураһында мәғлүмәт таратҡан сайттарҙы япҡандар.https://bash.rbsmi.ru/articles/kh-ef-e-lek/Narkomandar-ruld-20749/
Читайте нас: