Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
28 Ноябрь 2019, 13:00

Килен дә булдымы кеше...

Редакцияға ҡотлау ҡалдырырға тип килгән бер апай, кәрәкле ишек бикле булғас, беҙҙең кабинетҡа инеп торҙо. Мөләйем ҡатын менән һөйләшеп киттек. Проблемаларҙы, күңел төбөндәге ауыр уйҙарҙы таныш булмаған кешегә һөйләһәң, еңелерәк булып ҡала тиҙәр бит. Был апай ҙа тормош, эш, балалар тураһында бәйән итеп ултыра торғас, төпкә төшөп китеп, үҙен борсоған нәмәләр тураһында ла әйтеп ташланы.

“Ирем менән бик яратышып өйләнештек. Күтәреп кенә йөрөтә ине. Мин, бер бөртөк бала, әсәйем менән генә үҫкәс, уларҙың ҙур ғаиләһенә килен булып төшөү бәхет кеүек тойолдо. Дамирҙың ике ағаһы, өс апаһы бар. Атаһы менән әсәһе лә иҫән. Ауылда ҙур йорт һалып, гөрләтеп донъя көтәләр. Ял, байрам булһа, бөтә балалары ир-ҡатындары, ул-ҡыҙҙары менән атай йортона йыйыла. Шул саҡтар миңә хәтәр оҡшай торғайны.
Тәүҙә йәшлегем менәнме икән, уларҙың миңә һалҡыныраҡ ҡарашын һиҙмәй инем. Ирем менән башҡа сығып йәшәнек, үҙ донъямды ҡороп, аҙаҡ бәләкәй балаларға әүрәп, үҙемде яратып бармағандарын күрмәнем. Хәйер, иремдең һөйөүе лә етә, ни бары ихтирам һәм ғаиләләренә ҡабул итеү генә кәрәк миңә.
Тик юҡ, улар мине ҡабул итмәне. Бының сәбәбен аҙаҡ ҡына белдем: апалары Дамирҙы әхирәттәренә өйләндерергә йыйынған. Мине осратҡас, ул ғашиҡ булған һәм тәүге тапҡыр һүҙҙәрен йыҡҡан.
Ҙур ғаиләлә яңылыҡтар күп бит инде. Ә мин барыһы тураһында ла иң һуңғы булып белә инем. Уныһын да ирем аша. Аҙаҡ инде ғаиләбеҙгә ҡағылышлы ҡарарҙарҙы ла минһеҙ генә хәл итә башланылар. Баҡһаң, беҙ төп йортҡа ҡайтып, ҡәйнә менән ҡайнымды ҡарарға тейешбеҙ икән. Ә минең һәм Дамирҙың ҡалала эшләүе, балаларҙың бында һәйбәт мәктәпкә йөрөүе уларҙы ҡайғыртмай. Тегенән-бынан арттыра-арттыра ипотека түләп йәшәгән фатирымды нимә эшләтергә тейешмендер? Кәмендә кәңәшләшһәләр була бит... Ә бына улар үлгәс, йорттан китергә кәрәк, ул кесе апаһына яҙылған.
Ошо көндәрҙә ишеткән яңылыҡ бөтөнләй сығырымдан сығарҙы: ватсапта ҙур ғаиләбеҙҙең уртаҡ төркөмө барлығын белеп ҡалдым. Баҡһаң, уны булдырыуға йылдан ашыу, минән башҡа бөтәһе лә, хатта ейән-ейәнсәрҙәр ҙә бар. Унда аралашалар, фото һәм видео алышалар, төрлө мөһим мәсьәләләрҙе хәл итәләр. Яңылыш ҡына иремдә күреп ҡалып, мине лә индереүҙәрен һораным. Ул апалары менән һөйләшкәс, ҡаршы булыуҙарын әйтте. Иҫ-аҡылым китте, 15 йыл йәшәйем ирем менән, ә был ғаилә өсөн һаман ятмын. Ни үҙемдең туғандарым юҡ, әсәйем дә ете йыл элек үлеп ҡалды.
Ә иң насары: ирем менән мөнәсәбәт боҙола башланы. Ул меҫкен мине лә үпкәләткеһе килмәй, апай-ағайҙарының һүҙен дә йыға алмай. Ошондай ваҡ-төйәк өсөн талашыуҙар артҡандан-арта бара, ғаиләм емерелеп кенә ҡуймаһын инде...“https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/Kilen-d-buldimi-keshe-20575/
Читайте нас: