Көтөлмәгән хәбәрҙе алғас, Рамаҙан бабай шаңҡып ултыра бирҙе. Уҙа ғүмер, уҙа! Уйлап ҡараһаң, Хәтифә кисә генә ошо ауылға килен булып төшкәйне. Тормош иптәше Хәйрулла менән емертеп донъя көттө. Ул кәртә тулы ҡош-ҡорт, ул мал-тыуар...
Уңған ғаиләлә бер-бер артлы ике бала тыуҙы. Ҡыҙҙары Әсмә хәҙер ҡалала йәшәй, ҙур урында эшләй, хатта шоферы өйөнән килеп ала, кире илтеп ҡуя, ти. Улдары Хәким дә сереп байып киткән икән. Нимә әйтәһең инде – эшҡыуар. Өфө һынлы Өфөнөң ҡап уртаһында бейек кенә затлы йортта йәшәй, тип һөйләгәйне әсәһе. Эш буйынса сит илдәрҙән ҡайта белмәй, имеш.
Рамаҙан ҡарттың уйҙары йәнә мәрхүмәгә әйләнеп ҡайтты.
– Тыуымдан ҡалмағас, үлемдән ҡалып булмай шул, – тип ауыр көрһөнөп ҡуйҙы ҡарт. Хәтифә әбейгә бәйле хәтирәләр үҙенән-үҙе күҙ алдына килеп баҫты. Изге кеше ине шул мәрхүмә. Бер ҡасан да ғәйбәт ташып, кеше араһын бутап йөрөмәне. Үҙ эше менән генә мәшғүл булды. Уның яҡты йөҙөнә, бирешмәҫ мыҡты кәүҙәһенә ҡарап, ауылдаштары, шаяртып: “Был Хәтифә үлмәҫкә тыуғандыр”, – тиер ине.
Юҡты һөйләйҙәр, был донъяла бер нәмә лә мәңге түгел! Тимер һынлы тимер ҙә тәүҙә тутығып, шунан сереп юҡҡа сыға. Хәтифә әбей ҙә тиҙ генә бирешерҙәй заттан түгел ине. Хәләле Хәйрулла ҡарттың кинәт үлеүе генә ныҡ бәкәлгә һуҡты. Ауыр кисерҙе ҡарсығы. Яңғыҙлыҡта ни эшләргә белмәй зар-интизар булғанда, исмаһам балалары эргәһендә түгел. Онотҡанда бер күренгеләйҙәр. Һәр кеменең үҙ мәшәҡәте. Әсмәһе лә, Хәкиме лә эш тип үлә инде...
Бынан өс көн элек кенә “скорый” Хәтифә әбейҙе ауыр хәлдә ҡалаға алып киткәйне.
Ауылда берәй кем баҡыйлыҡҡа күсһә, уны тәрбиәләп һуңғы юлға оҙатыу, ерләшеү – һәр кемдең изге бурысы. Рамаҙан бабай үҙ ғүмерендә әҙме ауылдаштарын, күҙ йәшен түгеп, ер ҡуйынына һалыуҙа ҡатнашты. Ауылдың иң оло кешеләренең береһе – Хәтифә әбейҙе лә тәрбиәләп ер ҡуйынына тапшырырға кәрәк. Ошоно уйлап ултырҙы ла, йәһәт кенә кейенеп, ҡарт сығыу яғына ыңғайланы...
Хәтифә әбейҙең йорто алдында халыҡ йыйылған. Ҡапҡаны шар асып ҡуйғандар. Ирҙәр бер урынға йыйылып, нимәлер хаҡында һөйләшә. Ҡатындар һыу ташый, кәртәлә усаҡ яғып, аш-һыу әҙерләй. Һәр кемдең йөҙөндә моңһоулыҡ, хәсрәт.
Рамаҙан бабай бисмиллаһын әйтеп, ипләп кенә ишек янына яҡынлашты. Берәү менән дә ҡул биреп иҫәнләшмәне – йолаһы шулай. Бары баш һелкеп кенә сәләм бирҙе.
Усаҡ алдында аш-һыу менән булып йөрөгәндәр араһында Әсмәне шунда уҡ таныны бабай.
– Эй, һеңлекәш, ҡайғың бигерәк ауыр. Был донъяла Аллаһ Тәғәлә генә мәңгелек, ҡалғандар – үткенсе. – Ҡарт Әсмәне йыуатҡандай, арҡаһынан һөйөп алды. – Үлгән артынан үлеп булмай. Хәтифә еңгә бик ихлас кеше ине. Урыны йәннәттең түрендә булһын...
Был һүҙҙәрҙән сибек кенә ҡатын һыҡтап илап ебәрҙе:
– Уй, әсә-кә-йем! Ниңә генә китеп барҙың инде? Хәҙер һинһеҙ нисек йәшәрбеҙ?..
– Йә, тыныслан, ҡыҙым, тыныслан! Әгәр бөтәһе лә мәңге йәшәһә, тормоштоң ҡәҙере лә булмаҫ ине. Күрәһең, Хоҙайға ла күктә изге әҙәмдәр кәрәк.
– Исмаһам, үҙемә алып ҡайтып өлгөрмәнем. Йәшәр ине беҙҙә. Бында бит ауыр: һыуын йылғанан ташы, өйҙө утын менән йылыт...
Бабай нисек кенә күҙләһә лә, килгән кешеләр араһында мәрхүмәнең улын таба алманы. Ахырҙа:
– Хәким улым күренмәй. Моргка киттеме әллә? – тип һорап ҡуйҙы.
– Юҡ, – Әсмә бары ҡул һелтәне. – Мәскәүҙә ул. Командировкала. Килеп етә алмайым тип шылтыратты. Ә моргтан әсәйемде ирем Рәйес алып ҡайта.
– Улай икән... – ҡарт аптырап башын сайҡаны. Ауыҙ эсенән генә әйтеп ҡуйҙы, – донъя малы ҡәҙерлерәк шул хәҙе-ер...
Ул арала ҡәбер әҙер булыуы тураһында хәбәр иттеләр:
– Апай, эш бөттө. Һеҙ ҡушҡан урындан ҡаҙҙыҡ.
Әсмә күҙ йәштәрен һөрттө лә, тынысланырға тырышып, күкрәк тултырып һуланы.
– Рәхмәт, ҡустым. Атайым менән йәнәш ятыр хәҙер. Әсәйем алдан уҡ “шунда ерләрһегеҙ” тип әйтеп ҡуйғайны.
– Бә-әй! Ҡаҙып та ҡуйҙығыҙмы ни? – Ҡарт аптырап һораны. – Мәрхүмәне өйөндә төн сығара торған йола бар...
– Юҡ, ағай. Беҙ әсәйҙе бөгөн ерләйбеҙ.
Был һүҙҙәрҙән бабайҙың тәне зымбырлап китте. Тамағына төйөр килеп тығылғандай тойолдо:
– Нисек улай, һеңлекәш?
Әсмә ҡарттың борсолоуына әллә ни әһәмиәт бирмәне.
– Ирем менән кәңәшләштек тә, шулай итергә булдыҡ, – тине ул тыныс ҡына. – Иртәгә икебеҙгә лә эшкә...
Көтөлмәгән хәбәрҙән ҡарттың йөҙө үҙгәрҙе. Маңлайындағы һырҙар ошо мәлдә артҡандай булды. Әсмәгә ҡарата асыуы килде, күрәһең.
– Ныу, туғаным, йоланы һанға һуҡмай, былай килешкән эш түгел. – Рамаҙан ҡарт ололарға хас етдилек менән өндәште. – Хәйерлегә булһа ярар ҙа ул...
Шул саҡ ҡапҡа алдына йөк машинаһы килеп туҡтаны...
– Балалар, әйҙәгеҙ, мәйетте өйгә индерәйек, – тип Рамаҙан ҡарт машинаға табан ыңғайланы.
– Аһ-аһ, өйгә-ә? – Әсмә ҡабаланып бабайҙың ҡаршыһына сыҡты. – Ҡәбер күптән ҡаҙылған. Унда кешеләр көтә. Бара һалырға кәрәк.
– Ҡыҙым, бәй, мәрхүмәне өйөнә лә индермәйһегеҙме ни?
– Ҡуй әле, Рамаҙан бабай, баш ҡатырып йөрөмә. Былай ҙа ҡайғыбыҙ ҙур, – Әсмә ҡулын һелтәп ҡуйҙы.
Ҡәбер ҡаҙыусылар ебәргән егет түҙмәне. Ул Әсмә эргәһенә килеп, терһәгенә ҡағылды:
– Апай, ней... Ней, ауыл йолаһы ла бар бит әле...
– Тағы ниндәй йола? – тип ҡатын күҙен алартты.
– Ней, ағайҙар көтөп тора, – егет муйын тәңгәленә сиртте.
Йомоштоң ниҙә икәнен аңлағас, Әсмәнең асыуы ташты:
– Уф, Алла! Саҡ ҡына ҡыл ҡыбырлатһалар, таларға әҙер торалар. – Шунан ире торған яҡҡа ымланы. – Бар, ана, Рәйес еҙнәңдән һора. Мин ҡушты тип әйт.
Егет ҡәнәғәтлек менән ауыҙын йырҙы. Рамаҙан ҡарт быларҙың барыһын да асыуы килеп күҙәтеп торҙо. Мең төрлө уҡмашҡан уйҙарҙың осо-ҡырыйын тапмаҫлыҡ... Етмәһә, элек маңҡаһы ағып йөрөгән бынау Әсмәһе лә ҡайһылай ҡыланған була. Башты ҡатырып йөрөмә тип кенә ҡуйҙы. Нисек кенә тимәһендәр, үҙ һүҙемдә торорға тейешмен, тип уйланы бабай.
– Ҡыҙым, һин саҡ ҡына булһа ла оло кешене тыңла. – Ҡарт, ҡалтырана биреп, эйәге менән өй яғына ымланы. – Әсәйеңдең бит ғүмере ошо йортта үтте. Атай-әсәйең икеһе үҙ ҡулдары менән һалған йорт бит. Үҙегеҙ шунда үҫтегеҙ. Йоланан өҫтөн булырға ярамай. Индерәйек...
– Ваҡыт ҡыҫа, ваҡыт. – Әсмә үҙенекен тылҡыны. – Бер мендереп, бер төшөрөп йөрөргә ней...
Һүҙгә мәрхүмәнең күршеһе Сәкинә ҡарсыҡ та ҡушылды:
– Әсмә, ҡатындар күптән әҙер. Әсәйеңде, дин шарты буйынса, ғөсөлләндерергә кәрәк.
Ҡатындың йөҙө үҙгәрҙе. Уның тишерҙәй итеп ҡарауынан сығып ҡына ла, әбей менән бабайҙың аҡыл өйрәтеп йөрөүен өнәмәүен төшөнөргә була ине.
– Уныһын ғына беләбеҙ... – тип ҡырт киҫте Әсмә. – Был эште хәҙер моргта ла үтәйҙәр. Әсәйҙе яҡшы итеп йыуып, табутҡа һалып бирҙеләр.
Рамаҙан ҡарт аптырап ауыҙын асты ла, ни әйтергә белмәй, шаңҡып торҙо:
– Бәй, һеҙ уны табутҡа һалдығыҙмы ни? – уның моңһоу күҙҙәре тағы ла тоноҡланып китте. – Мосолмандарҙа улай ярамай. Беҙҙә борон-борондан мәйетте йыуып, кәфенлеккә урап ер ҡуйынына тапшыралар.
– Шулай, шулай! – тип өҫтәне Сәкинә ҡарсыҡ. – Ул гурыд кешеләре беҙҙең йоланы белә тиме? Әйҙә, шартына килтереп үтәйек. Индерегеҙ өйгә...
– Юҡ, юҡ, юҡ! – Әсмәнең тауышы көр сыҡты. – Бер үк эште ике башҡарырға хыялый булдығыҙмы? Беҙҙең ваҡыт тығыҙ. Шуның арҡаһында эшһеҙ ҡалайыҡмы әллә?!
Эргәлә генә ике ҡатындың шарҡылдап көлгәне һөйләшеүҙе бүлдерҙе. Күрәһең, улар мәйет оҙатырға килгәнен бөтөнләй онотҡан. Бер кемгә лә иғтибар итмәй, ҡулдарын болғай-болғай гәпләшәләр.
– Кит, шайтан саҡырып тормағыҙ! Тапҡанһығыҙ ваҡыт ғәйбәт һөйләргә! – Сәкинә әбей уларҙың ауыҙын япты.
Башҡалар нисек кенә күндерергә маташһа ла, Әсмәнең һүҙен йығыуы, ай-һай, еңелдән түгел. Әсәһен өйөнә индереүгә лә, уны дингә ярашлы йыуып, кәфенлеккә урауға ла ҡырҡа ҡаршы торҙо. Һайт тигәнгә, тайт тигәндәй Рәйес тә ҡатынының һүҙҙәрен ҡеүәтләп тора. Әсмәгә әйт ни, әйтмә ни. Ауылдаштары быны шунда уҡ тойомланы. Ахырҙа хушлашыу өсөн әбейҙең йөҙөн асып күрһәтеүен үтенделәр.
Әсмәгә ире ярҙамға килде:
– Табутты моргта ҡағып ҡуйҙылар инде, – ул ҡабаланыуын белдереп берсә сәғәтенә, берсә ҡатынына ҡарап алды. – Уны асып тормайбыҙ. Былай тора бирһәк, ҡояш та байыр... – Был һүҙҙәрҙән кемдер ауыр көрһөнөп ҡуйҙы, берәүҙәр сыҙай алмай, ҡул һелтәп ҡайтып китте.
Халыҡ араһында торған Рамаҙан ҡарт йәнә алға килеп баҫты.
– Ә йыназаны кем уҡыр?
– Күрше ауылда мулла бар ул. Барып алырға кәрәк, – тине әбейҙәрҙең береһе.
(Аҙағы бар).
https://bash.rbsmi.ru/articles/-bi-t-m-m-ni-t/yynaza-khik-y-/