Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
27 Ноябрь 2019, 14:30

WHATSAPP АВТОМАТИК РӘҮЕШТӘ ХАТТАРҘЫ ЮЯ

WhatsApp мессенджеры менән ҡулланыусылар өсөн яңы функция барлыҡҡа киләсәк. Хәҙер был ҡушымта автоматик рәүештә яҙышыуҙарҙы ниндәйҙер ваҡыт үткәс юйып ташлаясаҡ. Был ваҡытты үҙебеҙ ҡушымтаның көйләүҙәренә инеп билдәләй аласаҡбыҙ.

Төрлө яҡтан яуған мәғлүмәт телефондарыбыҙҙы тиҙ арала сүп-сар менән тултыра, видео, фотоһүрәттәр, хатта үҙ өлөшөн яҙышыу ҙа шул иҫәптән мәғлүмәт булып һаҡлана. Телефондағы урынды нисек тә булһа бушатып, уның тиҙ эшләү һәләтен арттырыу өсөн ҡушымтала яңы мөмкинселек ярҙам итергә тейеш. WhatsApp эшен камиллаштырыусы программистар яңы функцияны һынай башлаған да инде, уның буйынса ҡулланыусылар үҙҙәре билдәләгән ваҡыттан һуң хат алышыуҙар автоматик рәүештә юйыласаҡ.
Шул уҡ ваҡытта, был функция менән ҡушымтаның Androidҡа яңыртылып эшләнгән 2.19.348 бета-версияһы сыҡҡан да ине. Уны «Контакт тураһында мәғлүмәт» һәм «Төркөмләштерелгән чат көйләүҙәре» аша тоҡандырырға була.
Үрҙә әйтелгәнсә, иҫкереп киткән яҙмаларҙы юйыу тураһындағы ваҡытты ҡулланыусылар үҙҙәре ҡуя, бында сәғәт, көн, аҙна, ай һәм хатта йыл тиң ваҡыт арауығын ҡуйырға була.
Был мөмкинселек әлегә тиклем дә булған ине, ул «Юғалыусы яҙмалар» формаһында тәҡдим ителде.
Читайте нас: