Эш сәфәре менән Баймаҡ районының Байыш ауылына барырға тура килгәс, кино төшөрөүсе төркөмөбөҙ менән сменанан һуң, бик кисләп булһа ла, Манһырға – Мөжәүир олатайҙың зыяратына юл тоттоҡ. Күмәк сәйәхәттә балалар, төрлө милләт вәкилдәре, хатта мосолман түгелдәр ҙә бар ине.
Автобус менән юлға сыҡтыҡ. Был төбәкте бер аҙ белгәндәр өйрәтеп бара, тик тау-таш аша барған юлыбыҙ беҙҙе аҙаштырҙы. Ҡаңғырып тегеләй-былай йөрөгәнсе, ҡараңғы төшә башланы. Йөрөп-йөрөп тә, олатайҙың зыяратын таба алмағас, Манһырға инеп һорашырға тип кире боролдоҡ. “Бар, Мәрйәм, һин һөйләш”, – тип мине индереп ебәрҙеләр. Йортҡа ингәс тә, иң тәүҙә өй хужаларынан ғәфү һораным. Кино төшөрөү төркөмө менән килеүебеҙ, эштән һуң олатайҙың ҡәберенә зыярат ҡылырға ниәт итеүебеҙ, юлды таба алмай йөрөүебеҙ хаҡында әйттем. “Ниңә былай ҡараңғыға ҡалып йөрөйһөгөҙ, башҡаса улай итмәгеҙ”, – тип юлды өйрәтеп ебәрҙеләр, рәхмәт төшкөрҙәре!
Беҙ барып еткәндә төн ине. Дөм-ҡараңғыла барып индек зыяратҡа. Тирә-яҡта бер нәмә лә күренмәй. Тик шуныһы ғәжәп: олатайҙың ҡәбере янында яп-яҡты! Хатта ҡәбер ташындағы яҙыуҙары ла ап-асыҡ булып күренеп тора. Мин тирә-яҡҡа ҡарайым да тағы ҡәбер ташына бағам – аптырайым... Вәт, мөғжизә! Ғәжәп күренеш бит! Яҡтылыҡ ҡәбер ташына ғына төшөп ҡалмай, ҡайҙандыр йыраҡтан, ниндәйҙер бер мөғжизәүи нур бөркөлә кеүек.
Мин әлеге хәлгә оҙаҡ ғәжәпләнеп йөрөнөм. Был ваҡиғаға арыу уҡ ваҡыт үткәс, яҙмыш мине әүлиәбеҙ тураһында бар ғаләмгә мәғлүмәт таратыусы Лира апай Яҡшыбаева менән танышырҙы. Ул бүләк иткән “Мөжәүир хәҙрәт” исемле китапты уҡып сығып, әүлиәне үҙем өсөн өр-яңынан астым.
Сибай театры сәхнәләштергән “Әүлиә” спектаклен ҡарап, тағы бер тапҡыр рухландым. Ошо көндәрҙә был сәхнә әҫәре Өфөләге Милли йәштәр театрында ҡабатлап күрһәтелде. Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт драма театры коллективына, автор Лира апай Яҡшыбаеваға, режиссер Дамир Ғәлимовҡа ихлас рәхмәтемде еткерәм. Ә Мөжәүир олатай образын һынландырған актёр Урал Зәйнуллин тураһында күпме һоҡланыу һүҙҙәре әйтһәң дә, аҙ булыр кеүек! Нисә тапҡыр ҡараһаң да, был спектаклде ҡарап туйып булмай. Ул республиканың һәр төбәгендә, күрше Ырымбур, Силәбе өлкәләрендә зал тулы тамашасы йыйыуын дауам итә. Ҡайһы бер ауылдарҙа ултырып түгел, хатта баҫып ҡарарға урындар булмаған, ти.
Бындай әүлиәләр йөҙ, бәлки, мең йылға бер тыуалыр. Башҡортостан – әүлиәләр иле, тип юҡҡа ғына әйтмәгәндәрҙер. Ошо ерҙә тыуыуыбыҙ һәм шундай шәхестәребеҙ булыуы менән бәхетле икәнлегебеҙҙе белеп йәшәйек.
Өфө ҡалаһы.
https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/unday-li-l-r-me-yyl-a-ber-tyualyr/