Йәмғиәт
27 Ноября 2019, 17:20

Стәрлебаш районында яугирҙәргә арналған сираттағы һәйкәл сафҡа инде

ОбелискӨсөгән-Әсән ауылында ҡуйылды. Һәйкәлдең бер яғында батырҙарса һәләк булыусылар бирелһә, икенсе өлөшөндә Еңеү яулап әйләнеп ҡайтыусыларҙың исем-шәрифтәре яҙылған.

Обелиск халыҡтың уртаҡ көсө – урындағы башланғыстарҙы хуплау программаһы ярҙамында тормошҡа ашырылған. Ғөмүмән, төбәктең Буҙат ауылы биләмәһенән 496 кеше фронтҡа алынған. Уларҙың яртыһы яу яланында ятып ҡалған.

Республика яңылыҡтарынан.
Читайте нас