Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
27 Ноябрь 2019, 14:10

Интернет уңайлы ла, хәүефле лә

Башҡортостандың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығында “Заман йәмғиәтендә терроризм идеологияһы: киң мәғлүмәт сараларында һәм интернетта профилактика мәсьәләләре” темаһына семинар уҙҙы. Унда төбәк баҫмалары етәкселәре һәм журналистар ҡатнашты.

Һанлы технологияларҙың, интернет селтәренең үҫеше, халыҡ араһына көндән-көн нығыраҡ үтеп инеүе, берҙән, халыҡтың тормошон еңеләйтһә, икенсенән, ул хәүеф сығанағына әйләнде. Бөгөн төрлө радикаль хәрәкәттәр, илдең территориаль берҙәмлеген ҡаҡшатырға теләгән экстремистик төркөмдәр социаль селтәрҙәрҙе үҙ маҡсатында оҫта файҙалана. Был осраҡта дәүләт матбуғат селтәрҙәре килеп тыуған хәлде ваҡытында тотоп алып, халыҡҡа зыян килтермәйенсә, яуаплы кешеләрҙән аңлатма алып, объектив яҡтыртыу сараһын күрергә бурыслы.

“Социаль селтәрҙәр – терроризм фекерҙәрен таратыу өсөн уңайлы мөхит”, “Фейк яңылыҡтар дәүерендә мәғлүмәт. Профессиональ журналис­тарға аудито­рияның ышанысын нисек яҡларға?”, “Дәүләт-конфессия-ара мөнәсәбәттәр һәм дини экстремизм мәсьәләһе” кеүек темаларға сығыш яһаған тәжрибәле эксперттар журналистарға был өлкәлә һөнәри оҫталыҡтарын камиллаштырырға булышлыҡ итте.

Башҡортостан Мәҙәниәт министр­лығының Гуманитар тикшеренеүҙәр үҙәге директоры Марат Мәрҙәнов: “Әле республика милли һәм дини һөжүмдәргә дусар була. Төрлө ығы-зығылар сығыуға миграция факторы ла йоғонто яһай, был хәл Рәсәй һәм сит ил граждандары араһында мәҙәни кәртәләр булыуына ла бәйле”, – тине. Ул Баймаҡтағы, Сибайҙағы, Бело­реттағы этник-ара аңлашылмаусан­лыҡтарҙың ҙур бәхәскә әйләнеүендә лә социаль селтәрҙәрҙә уға ҡарата дөрөҫ баһа бирелмәүе сәбәпсе булыуын белдерҙе.

Дондағы Ростов ҡалаһынан килгән Терроризмға һәм экстремизмға ҡаршы тороу милли мәғлүмәт үҙәгенең ғилми хеҙмәткәре Кира Дружинина интернет селтәрендә нимәлер яҙыр алдынан ныҡ уйланырға саҡырҙы, сөнки баҫылып сыҡҡан мәғлүмәттең йәшен йәшнәүгә тиң һөҙөмтә биреү ихтималлығы хаҡында иҫкәртте. Мәҫәлән, ҡайһы бер кешеләр яҙам да кире алып ташлайым тип уйлаһа, был – хаталы фекер, сөнки бер баҫылған яҙма юғалмай һаҡлана икән.

Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың Этноконфессия мөнәсәбәттәре буйынса ҡануниәтте камиллаштырыу буйынса эксперт советы рәйесе Вячеслав Пятков, “Дәүләт-конфессия-ара мөнәсәбәттәр һәм дини экстремизм мәсьәләһе” темаһын яҡтыртҡанда дәүләт һәм дини ойошмалар килешеп эш итә, тип белдерҙе. Әле төбәктә 20 төрҙәге рәсми дини конфессия, 220 дини йәмәғәт ойошмаһы теркәлгән, 1445 мәсет, 400 ғибәҙәтхана бар.https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/internet-u-ayly-la-kh-efle-l/
Читайте нас: