Илтирәктәр бөгөн район һәм республика етәкселегенә ялыу артынан ялыу яҙа. Улар Әхмәҙиев фамилиялы кешенең шәхси ихатаһында мәсет төҙөп ҡуйына ҡырҡа ҡаршы. Йәнәһе, Әхмәҙиевтың был ҡылығы законға ҡаршы килә, православие тотҡан халыҡ өсөн ауылда мәсеттең булыуы мыҫҡыл итеүгә тиң. Күптән түгел йортта ярым ай ҙа ҡалҡҡас, халыҡ оторо ярһыған.
"2018 йылда ауыл сходында Әхмәҙиевтың ихатаһында мәсет төҙөлөүе тураһында мәсьәлә күтәрелде. Йыйылышта мулла ла ҡатнашты, ул Илтирәктә мәсеттең булыуы маҡсатлы түгел, тип сығыш яһаны. 99 процент христиан йәшәгән ауылда мәсет булырға тейеш түгел", - тиелә ялыуҙа.
—Ауылда күбеһенсә сыуаш һәм мордва йәшәй, ә мосолмандар 30-50 самаһы. Уларҙың бында ер участкалары бар, балалары мәктәптә уҡый. Әйткәндәй, өс тел – башҡорт, рус һәм мордва телдәре уҡытыла. Мәсет төҙөгән ауыл кешеһенең, әлбиттә, дин тоторға, намаҙ уҡырға хоҡуғы бар. РФ Конституцияһына ярашлы, һәр кемдең дингә хоҡуғы бар. Тап ошо маҡсат менән ул үҙ биләмәһендә Алла йортон күтәргән дә инде. Беҙ ул йортто тикшереп сыҡтыҡ, барыһы ла тәртиптә. Йома көндәрендә бында намаҙға килеүселәр бар. Илтирәктәрҙең ризаһыҙлығы башҡа һыймай, - ти Шайморат ауыл биләмәһе башлығы Илвир Моратшин.
Был хәлдең нимә менән тамамланасағын артабан күҙәтеп барасаҡбыҙ.
https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/Iltir-k-hal-i-m-setk--arshi-si-an-20275/