Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
27 Ноябрь 2019, 13:50

Ете йылдан һуң булһа ла тотолған

Ете йыл элек ҡылған ауыр енәйәте өсөн Мәскәү өлкәһе кешеһе суд алдына баҫасаҡ. Был турала Башҡортостандың Тәфтиш комитеты хәбәр итә.

Ҡанлы ваҡиға 2012 йылдың 24-нән 25 авгусына ҡарай төндә Әбйәлил районының Красная Башкирия ауылынан 2,5 саҡрым алыҫлыҡта була. 49 йәшлек әлеге ғәйепләнеүсе бысаҡ менән бер нисә тапҡыр кешегә сәнсә. Енәйәт ҡылыуын ул уның наркотик таратып йөрөгәне өсөн тип аңлатырға тырыша. Шулай уҡ үлтереүсе әҙәм 550 мең һумлыҡ алтын сылбырҙы урлай. Зыян күреүсе ваҡиға урынында йән бирә.
2012 йылда был енәйәтте башҡарыусыны таба алмайҙар. Тик быйыл тәфтишселәр, енәйәт эшен анализлап, яңы өҫтәмә оператив-эҙләү эше үткәргәндән һуң, уның эҙенә төшкән.
Енәйәт эше ҡарар сығарыр өсөн судҡа тапшырылған.https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/Ete-yildan-u-bul-a-la-totol-an-19771/
Читайте нас: