Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
27 Ноябрь 2019, 10:32

БСТ тапшырыуҙарын ОТР каналында ҡарарға була

БСТ тапшырыуҙарын ОТР телеканалы эфирында федераль мультиплекстың 9-сы төймәһендә күрергә була. Башҡорт телевидениеһының алтын фондын рус телендә Рәсәйҙең төрлө төбәктәрендә йәшәүсе тамашасылар ҡарай аласаҡ.

Башҡортостан тормошон көнөнә ике тапҡыр: иртәнге 6нан 9ға тиклем һәм киске 17.00нән 19.00ға тиклем.

ОТР каналы эфирында БСТ-ның цифрлы вещание сеткаһы мәғлүмәт проекттарға ғына төҙөлмәгән. Тамашасылар ҡыҙыҡлы контентты ла, “Тамыр” балалар телеканалы тапшырыуҙарын да ҡарай аласак.

“Орнамент”, “Республика Лайф”, “Дорога к храму”, “Аль-фатиха”, “По сути дела”, “Наука 102”, “Между прочим”, “Красная кнопка”. “Вечерний телецентр”, “Гора новостей, “Преград нет”, “Выше всех”, “Зеркальце”, “Тайм-аут”, “Реальный футбол”, “Историческая среда” – былар Рәсәйҙең ижтимағи телевидениеһында күрһәтеләсәк республика медиахолдингы проекттарының тулы булмаған исемлеге.

ОТР эфирында БСТ тапшырыуҙарын күрһәтеү 29 ноябрҙә башлана.
Читайте нас: