Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
27 Ноябрь 2019, 14:00

Бланк өлгөләре әҙер

“Дәүләт хеҙмәттәре” порталы аша ҡатнашырға мөмкин.Рәсәй Хөкүмәте 2020 йылда уҙасаҡ “Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу” кампанияһында ҡулланыласаҡ иҫәп алыу бланкыларының өлгөһөн раҫланы. Илебеҙҙә даими йәшәгән кешеләр 30 һорауға яуап бирәсәк, Рәсәйҙә ваҡытлыса теркәлгән сит ил граждандары өсөн ете һорау әҙерләнгән. Алдағы иҫәп алыу һорауҙары менән сағыштырғанда, улар үҙгәртелгән һәм яңылары ла өҫтәлгән.

Рәсәй Хөкүмәтенең 8 ноябрҙәге 2648-се ҡарарында иҫәп алыу бланкыһының өс өлгөһө раҫланған, уларҙың бөтәһе лә мөһим сара барышында файҙаланыласаҡ.

Л рәүешендәге бланк илебеҙҙә даими йәшәгән граждандар тураһында мәғлүмәт йыйыу өсөн тәғәйенләнгән. Унда кешенең енесен, граж­данлығын, тыуған урынын, милләтен, белемен, ғаилә хәлен, балалар һанын, йәшәү сығанағын, мәшғүллеген һәм башҡаларҙы асыҡлаған 23 һорау бирелә.

П формаһындағы бланк халыҡтың торлаҡ шарттары тураһында мәғлүмәт йыйыу өсөн файҙаланыласаҡ, йәғни ундағы ете һорау торлаҡтың төрө, төҙөлгән йылы, дөйөм майҙаны, бүлмәләр һаны, төҙөклөгөн асыҡлау маҡсатын күҙ уңында тота.
В өлгөһөндәге бланк – Рәсәйҙә ваҡытлыса теркәлгән һәм даими йәшәү урыны икенсе илдә булған кешеләр өсөн. Унда сит ил гражданының енесен, йәшен, даими йәшәгән илен, Рәсәйгә ниндәй маҡсатта килеүен һәм күпме йәшәйәсәген асыҡлаған ете һорау бирелә.

Бланктар формаһы халыҡ “Дәүләт хеҙмәттәре” порталында иҫәпкә алыу биттәрен үҙаллы тултыра алһын өсөн ҡулайлаштырып әҙерләнгән. Мәғлүм булыуынса, иҫәпкә алыу электрон планшеттар ярҙамында алып барыласаҡ, ә ҡағыҙ вариант айырым осраҡтарҙа ғына фай­ҙаланыласаҡ, мәҫәлән, планшет сафтан сыҡҡан осраҡта.

Һорауҙарға ла үҙгәрештәр индерелгән – элекке күсәгилешлекте һаҡлап, заман һәм ҡануниәт талаптарына яраҡлаштырылған. Мәҫәлән, был юлы рус һәм башҡа телдәрҙе белеү менән генә ҡыҙыҡһынмай, ә уны тормошта ниндәй кимәлдә файҙаланыуҙары хаҡында ла һораясаҡтар. Был мәғлүмәттәр бөгөнгө мәғариф программа­ларының һөҙөмтәлелеген, милли мәктәптәргә ихтыяж ниндәй кимәлдә булыуын баһалау, шулай уҡ мәҙәниәт башланғыстарын үҫтереүҙәге өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙе билдәләү мөмкинлеген бирәсәк.

Йәшәү сығанаҡтары һорауҙары исемлегендә эш хаҡы, эшҡыуарлыҡ килеме, мәшғүллек, пенсия, пособие кеүек таралған яуап варианттары ҡуйылған. Шуны ла әйтергә кәрәк: иҫәпкә алыу ҡағыҙында килем күләмен асыҡлау тураһында һорау юҡ, эш биреүсене лә әйтеү талап ителмәй. Статистарҙы йәшәү сығанаҡтары ғына ҡыҙыҡ­һындыра, йәғни “хеҙмәт хаҡы”, “пенсия”, ә башҡа аңлатмалар кәрәкмәй.

“Мәғариф тураһында”ғы закондағы үҙгәрештәргә бәйле мәғариф блогындағы һорауҙарға үҙгәрештәр индерелә. Шуға ла унда “мәктәпкәсә белем” графаһы барлыҡҡа килгән, ә “урта белем” графаһында “квалификациялы эшсе, хеҙмәткәр” һәм “урта звено белгесе” тигән өлөштәр бар. Юғары белем системаһындағы үҙгәрештәргә ярашлы, “бакалавриат”, “белгес”, “магистратура” графалары өҫтәлгән.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, киләһе йыл 1 октябрҙән 31 октябргә тиклем илдә Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу кампанияһы уҙасаҡ. Алыҫ һәм барыуы ауыр булған райондарҙа был сара 1 апрелдән 20 декабргә тиклем барасаҡ.

“Дәүләт хеҙмәттәре” порталы аша иҫәп алыуҙа ҡатнашырға теләгәндәр 1 октябрҙән 25 октябргә тиклем ошо хоҡуҡтарынан файҙалана ала. Бының өсөн стандарт йәки раҫлаусы иҫәп яҙыуы талап ителәсәк. Планшетлы иҫәп алыусылар 4 октябрҙән 27 октябргә тиклем фатир һәм йорттар буйлап уҙасаҡ. “Дәүләт хеҙмәттәре” порталы аша ҡатнашҡандарҙың уларға раҫлаусы кодты күрһәтеүҙәре лә етә.

Иҫәп алыусыларҙың махсус кейемдәре һәм танытмалары буласаҡ, паспорттарын күрһәткәндә генә улар ғәмәлдә иҫәпләнә. Бынан тыш, иҫәп алыу участкалары ойошторола, шул иҫәптән күп функциялы үҙәктәрҙә лә. Кампанияның финалы 28 октябрҙән 31 октябргә тиклем барасаҡ, унда торлаҡ йорттарҙың 10 процентында контроль иҫәп алыу уҙасаҡ.Рәсәй Хөкүмәтенең 8 ноябрҙәге 2648-се ҡарарында иҫәп алыу бланкыһының өс өлгөһө раҫланған, уларҙың бөтәһе лә мөһим сара барышында файҙаланыласаҡ.

Л рәүешендәге бланк илебеҙҙә даими йәшәгән граждандар тураһында мәғлүмәт йыйыу өсөн тәғәйенләнгән. Унда кешенең енесен, граж­данлығын, тыуған урынын, милләтен, белемен, ғаилә хәлен, балалар һанын, йәшәү сығанағын, мәшғүллеген һәм башҡаларҙы асыҡлаған 23 һорау бирелә.

П формаһындағы бланк халыҡтың торлаҡ шарттары тураһында мәғлүмәт йыйыу өсөн файҙаланыласаҡ, йәғни ундағы ете һорау торлаҡтың төрө, төҙөлгән йылы, дөйөм майҙаны, бүлмәләр һаны, төҙөклөгөн асыҡлау маҡсатын күҙ уңында тота.
В өлгөһөндәге бланк – Рәсәйҙә ваҡытлыса теркәлгән һәм даими йәшәү урыны икенсе илдә булған кешеләр өсөн. Унда сит ил гражданының енесен, йәшен, даими йәшәгән илен, Рәсәйгә ниндәй маҡсатта килеүен һәм күпме йәшәйәсәген асыҡлаған ете һорау бирелә.

Бланктар формаһы халыҡ “Дәүләт хеҙмәттәре” порталында иҫәпкә алыу биттәрен үҙаллы тултыра алһын өсөн ҡулайлаштырып әҙерләнгән. Мәғлүм булыуынса, иҫәпкә алыу электрон планшеттар ярҙамында алып барыласаҡ, ә ҡағыҙ вариант айырым осраҡтарҙа ғына фай­ҙаланыласаҡ, мәҫәлән, планшет сафтан сыҡҡан осраҡта.

Һорауҙарға ла үҙгәрештәр индерелгән – элекке күсәгилешлекте һаҡлап, заман һәм ҡануниәт талаптарына яраҡлаштырылған. Мәҫәлән, был юлы рус һәм башҡа телдәрҙе белеү менән генә ҡыҙыҡһынмай, ә уны тормошта ниндәй кимәлдә файҙаланыуҙары хаҡында ла һораясаҡтар. Был мәғлүмәттәр бөгөнгө мәғариф программа­ларының һөҙөмтәлелеген, милли мәктәптәргә ихтыяж ниндәй кимәлдә булыуын баһалау, шулай уҡ мәҙәниәт башланғыстарын үҫтереүҙәге өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙе билдәләү мөмкинлеген бирәсәк.

Йәшәү сығанаҡтары һорауҙары исемлегендә эш хаҡы, эшҡыуарлыҡ килеме, мәшғүллек, пенсия, пособие кеүек таралған яуап варианттары ҡуйылған. Шуны ла әйтергә кәрәк: иҫәпкә алыу ҡағыҙында килем күләмен асыҡлау тураһында һорау юҡ, эш биреүсене лә әйтеү талап ителмәй. Статистарҙы йәшәү сығанаҡтары ғына ҡыҙыҡ­һындыра, йәғни “хеҙмәт хаҡы”, “пенсия”, ә башҡа аңлатмалар кәрәкмәй.

“Мәғариф тураһында”ғы закондағы үҙгәрештәргә бәйле мәғариф блогындағы һорауҙарға үҙгәрештәр индерелә. Шуға ла унда “мәктәпкәсә белем” графаһы барлыҡҡа килгән, ә “урта белем” графаһында “квалификациялы эшсе, хеҙмәткәр” һәм “урта звено белгесе” тигән өлөштәр бар. Юғары белем системаһындағы үҙгәрештәргә ярашлы, “бакалавриат”, “белгес”, “магистратура” графалары өҫтәлгән.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, киләһе йыл 1 октябрҙән 31 октябргә тиклем илдә Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу кампанияһы уҙасаҡ. Алыҫ һәм барыуы ауыр булған райондарҙа был сара 1 апрелдән 20 декабргә тиклем барасаҡ.

“Дәүләт хеҙмәттәре” порталы аша иҫәп алыуҙа ҡатнашырға теләгәндәр 1 октябрҙән 25 октябргә тиклем ошо хоҡуҡтарынан файҙалана ала. Бының өсөн стандарт йәки раҫлаусы иҫәп яҙыуы талап ителәсәк. Планшетлы иҫәп алыусылар 4 октябрҙән 27 октябргә тиклем фатир һәм йорттар буйлап уҙасаҡ. “Дәүләт хеҙмәттәре” порталы аша ҡатнашҡандарҙың уларға раҫлаусы кодты күрһәтеүҙәре лә етә.

Иҫәп алыусыларҙың махсус кейемдәре һәм танытмалары буласаҡ, паспорттарын күрһәткәндә генә улар ғәмәлдә иҫәпләнә. Бынан тыш, иҫәп алыу участкалары ойошторола, шул иҫәптән күп функциялы үҙәктәрҙә лә. Кампанияның финалы 28 октябрҙән 31 октябргә тиклем барасаҡ, унда торлаҡ йорттарҙың 10 процентында контроль иҫәп алыу уҙасаҡ.https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/blank-lg-l-re-er-/

Читайте нас: