Республика тәфтиш комитетының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, полиция хеҙмәткәрҙәре үҙҙәренең вазифаһын яуыз ниәттә файҙаланған. Суд-медицина экспертизаһы һөҙөмтәләре ҡаза күреүсенең һаулығына зарар килеүе хаҡында белдерә. Ошо көндәрҙә ике тәртип һаҡсыһына ла хөкөм ҡарары сығарылған – уларҙы өс йыл да өс айға иркенән мәхрүм иткәндәр.