Бәйге ҡатын-ҡыҙҙың йәмғиәттәге ролен асыу, эшҡыуарлыҡта, социаль проблемаларҙы хәл итеүҙә һиҙелерлек уңыштарға өлгәшкән гүзәл заттарҙы асыҡлау, етәкселек тәжрибәһен таратыу маҡсатында ойошторола. Быға тиклем уҙған Бөтә Рәсәй конкурстарында 200-ән ашыу кеше лауреат тип танылды. Уларҙың 54-е миҙал, 19-ы исемле миҙал, 5-әүһе “Рәсәйҙең атҡаҙанған директоры” тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булды.