Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
26 Ноябрь 2019, 15:05

"Баймаҡ районына медицина белгестәре етешмәй"

тип хәбәр итә Баймаҡ районы муниципаль районы башлығы Фәнис ӘМИНЕВ "Бәйләнештә"ге үҙенең сәхифәһендә:

- Районда медицина кадрҙар етмәү мәсьәләһе элеккесә киҫкен тора. Беҙ был хаҡта Өфө ҡалаһында медицина йүнәлеше буйынса уҡыған студенттар менән әңгәләмәштек. Бигерәк тә районда педиатрия, терапия, ЛОР, стоматология, хирургия, клиник лаборатор диагностикаһы, гинекология, анестезиология һәм реаниматология йүнәлештәре буйынса белгестәр кәрәк. Был осрашыу файҙалы булыр һәм буласаҡ табиптар аңлы һайлау эшләрҙәр тип ышанам. Беҙ уларҙың тәҡдимдәрен тыңларға һәм районда эшкә урынлашыу мәсьәләһен хәл итеү өсөн компромисс табырға әҙербеҙ.
https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/Bayma-rayonina-meditsina-belgest-re-eteshm-y-18044/
Читайте нас: