Һеҙгә тәҡдим иткән видеояҙма ошо көндәрҙә төшөрөлгән. Күҙаллауыбыҙса, видеоның авторҙары – Башҡортостандың Ҡыйғы районынан Силәбе өлкәһенең Һатҡы ҡалаһына китеп барыусы ир-аттар. Улар иҫ киткес күренештең шаһиты булған: ҡырпаҡ ҡарлы юлдарында бер түгел, дүрт бүре осраған! Күреүебеҙсә, йыртҡыстарҙың кәйефе шәп, үҙ-ара уйнаҡлашып бара бирәләр. Кешеләрҙән һәм автомобилдән ҡурҡҡанға оҡшамағандар. Матур ҙа, хәүефле лә тәбиғәт күренеше! Нисек кенә булмаһын, йөрөгән юлдарыбыҙҙа бүреләрҙең осрамауы хәйерле...