Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
26 Ноябрь 2019, 11:50

Араҡы һатыуҙы сикләү енәйәттәр һанын кәметерме?

Рәсәйҙең күп субъекттарында спиртлы эсемлектәр иртәнге 08.00 сәғәттән төнгө 23.00 сәғәткә тиклем һатыла. Дөйөм Рәсәй халыҡ фронты федераль кимәлдә уларҙы һатыу ваҡытын ҡыҫҡартыу тәҡдиме менән сығыш яһаны.

Был тәҡдимде Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығы ла хупланы. Белгестәр фекеренсә, алкоголь һатыу ваҡытын ҡыҫҡартыу, эскән килеш енәйәттәр ҡылыу осраҡтарын 9-14 процентҡа кәметәсәк. Әммә, инициативаны үҙ итмәүселәр ҙә бар, ҡайһы бер эксперттар был сара легаль булмаған алкоголь менән сауҙа итеү баҙарын йәнләндерәсәк, тигән фекерҙә.
Мәғлүм булыуынса, Башҡортостанда спиртлы эсемлектәр менән сауҙа итеү иртәнге сәғәт ундан киске унға тиклем рөхсәт ителгән. Шулай уҡ республикала ҡайһы бер байрамдарҙа алкоголь менән һатыу итеүҙе тыйған закон төбәк кимәлендә ағымдағы йылдың майында уҡ ҡабул ителде.
Читайте нас: