Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
25 Ноябрь 2019, 23:03

Генерал Шайморатов һәм Григорий Аксаков ордендары булдырыла

Яңы наградалар тураһында закон проекты Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайҙың сираттағы пленар ултырышында ҡараласаҡ. Парламент спикеры Константин Толкачев белдереүенсә, легендар генерал исемендәге орден йәмәғәт тәртибен һаҡлау, кеше ғүмерҙәрен ҡотҡарыу, хәрби, граджданлыҡ һәм һөнәри бурыстарын башҡарғанда батырлыҡ күрһәткән граждандарға тапшырыласаҡ.

Өфө ҡалаһының тәүге губернаторы Григорий Аксаков орденына дәүләт хеҙмәте, йәмәғәт эштәре һәм хәйриә өлкәләрендә емешле эшләүсе яҡташтарыбыҙ лайыҡ буласаҡ.

Яңылыҡтарҙан.
Читайте нас: