Бында ул: “Рәсәйҙәге "бабайлыҡ"ҡа ҡаршы көрәшеү һәм Рәмил Шәмсетдинов менән булған хәлде бүтән булдырмау өсөн һеҙҙең ниндәй тәҡдимдәрегеҙ бар?” – тип һораған. Уға өс тәҡдим әйткәндәр: Рәсәй армияһында бөтә хәрбиҙәргә лә кеҫә телефоны биреү, һәр республика һәм төбәктәрҙең хәрби комитеттары ҡаршыһында ғәскәрҙәге хәлде күҙәтеү өсөн ижтимағи тикшереү комитеттары ойоштороу, унда һалдат әсәләре комитеты, хоҡуҡ һаҡлау ойошмалары вәкилдәрен индереү.
Осрашыуҙа Клупов: “Рәмил Шәмсетдинов ваҡиғаһы беҙҙең өсөн бик ҙур шок булды. Һәр ваҡыт, Рәсәйҙә "бабайлыҡ" бөтөрөлдө, тип әйтеп килдек. Ә Шәмсетдинов ваҡиғаһында әле аныҡ ҡына бер нәмә лә әйтеп булмай, тикшереү эше бара”, – тип белдергән.
Ҡазан вәкилдәре Рәмил Шәмсетдинов эшен тикшереүҙә ирекле адвокаттар, һалдат әсәләре комитеты әсәләре ҡатнашыуын теләгән. Мәскәү вәкиле уларға: “Ирекле адвокаттар хәл ителде, Рауил Туғушев һәм Руслан Нәғиев был эштә ҡатнашасаҡ. Мин һеҙҙең барлыҡ фекерҙәрҙе, талаптарҙы оборона министры Шойгуның беренсе урынбаҫарына еткерәсәкмен”, – тигән.
Фото: zen.yandex.ruhttps://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/Tatar-igtima-i--ge-v-kild-re-nim-tel-y-17394/