Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
24 Ноябрь 2019, 19:20

Табынға – ҡатлама

Ҡатлама бешереп ҡарағанығыҙ бармы? Туҡлыҡлы ла, тәмле лә ризыҡты әҙерләү – күңелгә үҙе бер кинәнес. Ашығыҙ тәмле, кәйефегеҙ шәп булһын, дуҫтар!

Башта ҡамыр баҫабыҙ. Уның өсөн 600 грамм он, 300 грамм һыу, ике сәй ҡалағы тоҙ кәрәк буласаҡ.
Эслек өсөн иһә берәр бәйләм йәшел һуған, петрушка, 200 грамм ит фаршы, 200 грамм аҡ май, тоҙ, борос алына. Был күләмдәге ингредиенттарҙан дүрт ҡатлама сыға.
Ҡамыр йомшаҡ булырға тейеш. Уны баҫып бөткәс, ҡапҡаслы һауытҡа һалып, 20 минутҡа ситкә ҡуйып торабыҙ.
Ошо ваҡыт үткәс, ҡамырҙы алып, дүрт өлөшкә бүләбеҙ. Береһен шар формаһында йомарлайбыҙ. Ҡалған өсөһөн кире һауытҡа һалып, ҡапҡасын ябабыҙ. Ҡамырҙы ҙур, йоҡа ғына итеп йәйәбеҙ. Өҫтөн аҡ май менән ныҡлап майлайбыҙ. Өҫтөнә йәшел һуған, петрушка һибәбеҙ ҙә ит фаршты йәйәбеҙ. Тоҙлап, борослап, айырым тәрилкәгә һалабыҙ. Бысаҡ менән ситтәрен трапеция формаһында киҫкеләп сығабыҙ. Һәр бер ҡатламын майлайбыҙ. Һуңғыһын ҡаплағас, ситтәрен йәбештерәбеҙ.
Табаға май һалып, ун минут ваҡыт ҡапҡасын ябып бешерәбеҙ. Шунан әйләндереп, тағы ла биш минут тотабыҙ.
Үҙегеҙ теләгәнсә ҡырҡып, сәй менән табынға ҡуйығыҙ. Ашығыҙ тәмле булһын!
Фото: Na-kyxne.ruhttps://bash.rbsmi.ru/articles/matur-t-en-yaly-y/Tabin-a--atlama-14002/
Читайте нас: