Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
24 Ноябрь 2019, 20:45

Съезға өмөттәр ҙур

Кисә Мәскәүҙә «Берҙәм Рәсәй" партияһының XIX съезы уҙҙы. Башҡортостандың ҙур делегацияһын республика Башлығы, партияның төбәк бүлеге секретары Радий Хәбиров етәкләне.

Съезда Дәүләт Думаһына 2021 йылда һайлауҙарға әзерлеккә старт биреләсәк, партияның Генераль советының тармаҡ йүнәлештәре буйынса алты эш төркөмен төҙөү тураһында иғлан ителәсәк, «Берҙәм Рәсәй» хоҡуҡ һаҡлау үҙәге төҙөләсәк.

Бынан тыш, «Берҙәм Рәсәй»ҙең йәмәғәтселекте ҡабул итеү бүлмәләренең яңы эш форматы тәҡдим ителәсәк, унда теләгән һәр кем партия проекттарын ғәмәлгә ашырыу тураһында белә йәки партияға инә ала.

Шулай уҡ устав нигеҙендә «Берҙәм Рәсәй"ҙең етәксе органдары йыл һайын ротациялана.

Республика баҫмаларынан.
Читайте нас: