Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
24 Ноябрь 2019, 21:30

Өфөлә «Бөтәһенән дә яҡшыраҡ!» телепрограммаһына һайлап алыу туры үтте

Өфөлә үҙенсәлекле кастинг. Максим Галкиндың «Бөтәһенән дә яҡшыраҡ!» телевизион шоу программаһына һайлап алыу турында 3 йәштән алып 12 йәшкә тиклемге һәләтле балалар ҡатнашты. Фән, ижад, спорт өлкәһендә маһир ҡыҙҙар һәм малайҙар һәләтен күрһәтә алды.

Салауат Әхмәтовҡа ун йәш. Әммә ул Ер шарының картаһын яттан белә һәм төшөрә ала. География фәне һәм төрлө ҡитғалар менән етди мауыға. Шәмбе һайын беренсе каналда күрһәтелгән шоу программала ҡыйыу, тиктормаҫ, оригиналь фекерләп, үҙҙәрен иң шәбе тип танытыусылар сығыш яһасаҡ бит.

Бейеү, йыр, шиғыр һәм проза һөйләү, ҡул эштәре һәм аш-һыу әҙерләү һәм аралашыу оҫталығында Башҡортостандың алыҫ райондарынан килгән балалар ҙа көс һанашты. Әбйәлилдән Сәлих Сәйетғәлин хәрби техниканы биш бармағылай белә. Беренсе каналдың «Бөтәһенән дә яҡшыраҡ» шоуында ҡатнашыу теләге ҙур.

Яңылыҡтарҙан.
Читайте нас: