Ул төбәктәге коллегаларына ярҙамға ебәрелгәйне. Кисә ике сығанаҡ аша алынған мәғлүмәтте Ufa1.ru интернет ҡулланыусыларға еткерҙе.
Психологтар тарафынан ҙур эш башҡарылған. Мәскәү белгесе атай кешенең психологик портретын төҙөгән. Шуның нигеҙендә уның башҡа һыймаҫлыҡ аҙымға барыу-бармауы тикшерелгән. Һөҙөмтәлә икенсе вариантҡа өҫтөнлөк бирелгән.
Артемдың ата-әсәһе менән әңгәмә барышында улдарының юғалыу алдындағы психологик торошо менән ҡыҙыҡһынғандар. Бөтә ваҡиға нескәлектәрен өйрәнгәндән һуң ғаилә ағзаларының иҫән-һау булырға тейешлеге тураһында һығымта яһалған.
Белеүебеҙсә, әлегә эҙләүҙәр һөҙөмтә бирмәне. Эске эштәр министрлығы хатта Мазовтарҙың ҡайҙа булыуы тураһындағы мәғлүмәт өсөн аҡса ла вәғәҙә итә. Психологтарҙың һүҙе дөрөҫкә сығып, балаҡайҙарҙың табылырына өмөт итәйек.
Фото: Ufa1.ruhttps://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/Atay--m-balalar-i-n-17311/