Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
23 Ноябрь 2019, 17:10

Ялған һүҙ нисек тарала?

Ҡыҙым бишенсе класта уҡығанында бик фәһемле бер хәл тураһында һөйләгәйне. Уҡытыусы балаларға ялған һүҙ һөйләүҙең, кеше хаҡында һүҙ йөрөтөүҙең насар ғәҙәт булыуы хаҡында класс сәғәте уҙғара һәм дәрес аҙағында бәләкәй генә тәжрибә үткәрә.

Класс етәксеһе ете уҡыусыға коридорға сығып торорға ҡуша ла ҡалған балаларға ҡыҫҡа ғына хикәйә уҡый. Хикәйә бер малай исеменән һөйләнелә, йөкмәткеһе яҡынса түбәндәгесә: “Мин Хәбир дуҫыма барғанда, ул өйҙә юҡ ине, ә өй ишеге асыҡ. Мин уның бүлмәһенә үттем. Бүлмә матур итеп йыйыштырылған. Карауаты өҫтөндә йомшаҡ уйынсыҡ – ҙур ғына айыу ултыра. Күп тә үтмәй дуҫым ҡайтып инде...”
Артабан уҡытыусы коридорҙан бер уҡыусыны саҡырып индерә һәм кластан бер балаға әле генә тыңлаған хикәйәне һөйләп ишеттерергә ҡуша. Иптәшенән яңы хикәйә ишеткән малай уны коридорҙан ингән сираттағы класташына һөйләй. Шулай итеп, яңы кеше ингән һайын хикәйә ҡабат-ҡабат һөйләнелеп, бер-береһенә тапшырыла. Һөҙөмтә нисек тип уйлайһығыҙ?
Ҡыҙым коридорҙан иң аҙаҡ ингән класташына бәйән ителгән вариантты беҙгә көлә-көлә һөйләгәйне. Ҡыҫҡаһы, етенсе кешегә ул түбәндәгесә вариантта барып етә: “Мин Хәбир дуҫыма барғанда, ул өйҙә юҡ ине. Өй ишеге асыҡ. Бүлмәһе шундай бола, бөтә ерҙә уйынсыҡтар туҙырап ята. Ҡапыл карауат аҫтынан айыу килеп сығып миңә ташланды. Шул саҡ дуҫым ҡайтып инде, беҙ икәүләп айыуға ҡаршы һуғышырға тотондоҡ...” Күреүегеҙсә, матур итеп йыйыштырылған бүлмә – болаға, уйынсыҡ айыу ысынға әйләнә һәм инеүсегә ташлана. Әлбиттә, был осраҡ бала саҡта фантазияның бай булыуына, күп бәләкәстәрҙең әкиәт, йәнһүрәт геройҙары менән мауығыуына бәйлелер. Шуға күрә уларҙың арттырып һөйләүенән зыян да юҡ кеүек. Әммә тормошта, ололар донъяһында ла, ошоноң ишене йыш осратырға мөмкин.
“Кеше һүҙе кеше үлтерә”, “Дөрөҫлөк килеп еткәнсе, ялған бөтә донъяны ялмар”, ти халыҡ мәғәлдәре һәм әйтемдәре. Ғәйбәт, юҡты бар итеп һөйләүҙең, кеше араһын яман һүҙ менән боҙоуҙың гонаһлы ғәмәл булыуы Ислам динендә лә аныҡ билдәләнә. Кеше ниндәй генә һүҙ һөйләмәһен, уның һәр һүҙе ике фәрештә тарафынан яҙылып барыла. Аллаһ Тәғәлә әйтә: “Ике ҡабул итеүсе (яҙып барыусы) фәрештә кешенән сығыусы бөтә нәмәне теркәп бара. Улар уң һәм һул яҡта ултыра. Кеше ниндәй генә һүҙ әйтмәһен, уны күҙәтеп тороусы фәрештә яҙырға әҙер тора”.
Фото: finexpert-rostov.ruhttps://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/Yal-an---nisek-tarala-17166/
Читайте нас: