Алексеевтар ике бала тәрбиәләп үҫтергән. 1975 йылғы Юрий исемле улдары хоҡуҡ һаҡлау органдарында хеҙмәт иткән, полиция капитаны дәрәжәһенә еткән.
2012 йылдың 12 авгусында Чечен Республикаһының Алхан-Кала ауылы янында хәрби бурысын үтәгән полиция хеҙмәткәрҙәренә бандиттар һөжүм иткән, автомашинаға ҡаршы көслө ут асҡан. Башҡортостандан хеҙмәткә килгән дүрт полицейский – Юрий Алексеев, Ринат Мостафин, Риф Абдуллин һәм Илшат Ильясов батырҙарса һәләк булған.
Юрий Алексеев һәләк булғандан һуң “Батырлыҡ өсөн” ордены менән наградланған, уның исеме хеҙмәт бурысын үтәгәндә һәләк булғандар исемлегенә индерелгән.
Йыл һайын һәләк булған офицерҙың хеҙмәттәштәре, Ҡалтасы районының полиция бүлегенең шәхси составы Юрий Алексеевтың хәтер кисәһен үткәрә, ҡәберенә сәскәләр һала, иҫтәлектәре менән уртаҡлаша. Юрий Алексеев йәш кенә килеш һәләк булһа ла, яҡшы ул һәм атай, тоғро ғаилә башлығы, ышаныслы хеҙмәттәш булып замандаштарының күңелендә мәңгелеккә ҡалған.
Батырҙың яҡындары “Ата-әсә ҡаһарманлығы” миҙалы менән бүләкләнде. Был юғары награда ғүмерен ил именлеге өсөн аямаған батыр улдарының иҫтәлеге булараҡ ҡиммәтле.
Фото: kaltasin.bashkortostan.ru