Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
23 Ноябрь 2019, 17:10

Балаларым тормошомдо тамуҡҡа әйләндерҙе

Ирем йәшләй үлеп ҡалды. Авария... Ҡыҙым менән улым да, үҙем дә быға бер нисек тә әҙер түгел инек.

Ике-өс йыл үткәс кенә саҡ ҡайғынан бер аҙ арына башланым. Артымдан һәйбәт кенә ир ҙә йөрөнө, миңә уның менән еңел ине. Үҙемде, ниһайәт, ҡатын-ҡыҙ итеп хис итә башлағайным. Тик үҫмергә әйләнеп килгән балаларым быға ҡырҡа ҡаршы сыҡты. “Үгәй атай менән йәшәргә йыйынмайбыҙ. Беҙҙе балалар йортона тапшыр, шунан типтерерһең”, - тип ебәрҙеләр хатта.
Һөҙөмтәлә яңғыҙ ҡалдым. Аҡса яғынан да бик ауыр ине, яңғыҙлыҡтан да күңелем әрнене. Тик балаларым хаҡына түҙҙем. Тәүҙә ҡыҙым кейәүгә сыҡты. Ире һәйбәт кенә, хәлле кеше. Күрше ҡалаға күстеләр, ҙур йорт һалып инделәр. Бер-бер артлы ике балалары тыуҙы. Әммә ҡыҙым минең менән аралашмай тиерлек. Бының сәбәбен әле һаман аңлай алмайым. Әллә үҙ донъяһына сумып онотто, әллә үҙем шулай эгоист итеп үҫтергәнмен. Мин уға ни бары үҙҙәре ял итергә китһә, эт-бесәйен ҡарап торорға ғына кәрәкмен. Ялдан ҡайтҡан көндәрендә үк үҙ өйөмә ҡайтып китеүҙе талап итә. Ҡыҫҡаһы, аралашыу юҡ кимәлендә.
Ә улым... Төпсөгөмә ҙур өмөт бағлай инем. Уның менән икәү йәшәп ятҡанда, бер ҡыҙ алып ҡайтты. “Мин уны яратам” тип белдерҙе. Килен булаһы кеше тәү ҡараштан оҡшаманы. Оятһыҙ, аҡылһыҙ, ялҡау. Һүҙен бирмәй, үҙенсә эшләй. Улымды ла үҙ яғына ауҙарып алды. Йәшәргә миндә ҡалдылар, үҙ баламды ҡыуып сығара алмайым бит инде.
Ҡаршы булһам да, өйләнештеләр. Улым көнө буйы эштә, быныһы техникумға дәрескә барып ҡайта ла өйҙә ултыра. Бер мәл бигерәк оятын юғалтты: дуҫтарын алып ҡайтып күңел-сафа ҡора башланы. Өйҙән сығып китеп, парк-фәләндә йөрөй инем. Үҙ өйөмә һыйҙырмай башланылар, ә улым ҡатыны һүҙен тыңланы. Бер-бер артлы ике ҡыҙ бала тапҡас, йыш әрләшә башланылар. Күп тә үтмәй улым һөйәркә табып, бөтөнләй өйҙән сығып китте. Ә мин әле киленем һәм ике ейәнсәрем менән йәшәп ятам. Ҡыҙҙар, әсәһенең балалары, мине әҙәмгә лә һанамай. Дорфа һөйләшәләр, кәмһетәләр. Бер кемде лә тыңламайҙар. Аталары килеп тә әйләнмәй.
Был тамуҡта йәшәй алмайым, фатирҙы һатып, алмаштырырға итәм - киленем ҡаршы. “Мин һәм балаларым пропискала тора, рөхсәтһеҙ бер ни ҙә эшләй алмайһың” тип ауыҙымды ябып ултыртып ҡуя.
Эй Хоҙайым, ҡайһы ерҙә генә яңылыштым икән? Ниндәй гонаһтарым өсөн миңә ошондай тормош?
Фото: rebenok.byhttps://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/Balalarim-tormoshomdo-tamu-a-yl-nder-e-16519/
Читайте нас в