Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
22 Ноябрь 2019, 22:30

"Ҡурған өлкәһенең Әлмән районы хакимиәтендә Урал һәм көнсығыш Себер башҡорттары темаһына арналған "түңәрәк" өҫтәл үҙ эшен башланы"

тип хәбәр итә Гөлнур ҠЫУАТОВА:

Унда ике өлкәнең тарихсылары, фольклор белгестәре сығыш яһай.
Ялан ҡатай ырыуы башҡорттарының тарихы бик бай. Ә бөгөнгө хәл тороштары нисек икән? Был турала Әлмән районы хакимиәте башлығы Дамир Сөләймәнов менән Ҡурған өлкәһе башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Ильяс Бәҙретдинов һөйләне.
Ә Ҡурған аҫаба башҡорттарының үҙенсәлектәре тураһында Әлмән районында тыуып үҫкән тарихсы, этнологик эҙләнеүҙәр институтының ғилми хеҙмәткәре Альберт Ахатов сығыш яһаны. Мәҫәлән, тик был яҡта ғына Һабантуй байрамында көрәшкә ҡатын-ҡыҙҙар ҙа сыҡҡан. Гүзәл заттарҙың кейем элементтарында ҡаптырма һәм иңһалыҡ булған.
https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/ur-an-lk-ene--lm-n-rayoni-hakimi-tend-Ural--m-k-nsi-ish-Seber-bash-orttari-tema-ina-arnal-an-t--r-k--t-l--eshen-bashlani-16642/
Читайте нас: