Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
22 Ноябрь 2019, 21:30

Әсә көнө алдынан Өфөлә тантаналы сара үтте

Ноябрҙең һуңғы йәкшәмбеһендә ил халҡы Әсә көнөн билдәләй. Күркәм байрам алдынан «Башҡортостан» дәүләт концерт залында тантаналы сара үтте. Унда район-ҡалаларҙан ярты меңгә яҡын гүзәл зат саҡырылғайны. Сәхнәлә республикаға дан килтергән, кеше ғүмерен ҡотҡарған, хеҙмәт бурысын үтәгәндә батырлыҡ күрһәткән балалар тәрбиәләүсе ғаиләләр тәбрикләнде. Уларға «Ата-әсә ҡаһарманлығы» миҙалы тапшырылды.

Бөгөн Башҡортостанда бала тәрбиәләүсе ярты миллионға яҡын ғаилә иҫәпләнә, уларҙың илле меңе – күп балалы. Әсәләр байрам концертын тулҡынланып күҙәтте. Сәхнәлә уларға шиғри юлдар, йыр-бейеүҙәр аша меңдәрсә рәхмәт һүҙҙәре яңғыраны.

Концерттан һуң, гүзәл заттар тиҙ генә таралышманы, улар өсөн фойела ҡул эштәре күргәҙмәһе эшләне. Шулай уҡ ҡатын-ҡыҙҙар милли биҙәүестәр әҙерләү буйынса оҫталыҡ дәресе лә алды. Әсәйҙәр һәр ваҡыт матурлыҡ тыуҙыра, был эштәрҙән дә күңелгә ниндәйҙер йылылыҡ бөркөлә. Күп милләтле республиканың киләсәген тәрбиәләүҙә лә ҡатын-ҡыҙҙың өлөшө баһалап бөткөһөҙ.

Әсә көнө ноябрҙең һуңғы йәкшәмбеһендә билдәләнә, был дата календарҙа ҡыҙыл төҫ менән билдәләнмә лә, һәр кем уны йылдың иң тулҡынландырғыс байрамы булараҡ ҡабул итә.

Яңылыҡтарҙан.
Читайте нас: