Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
22 Ноябрь 2019, 22:15

Милләтемде, моңомдо һаҡлаған ғәзиз йорт һин, гимназия!

Уҡыу йорто 1944 йылда, республикабыҙ өсөн иң ауыр осорҙа, асыла. Шул ваҡыттан алып интернат күпме баланы үҙ ҡанаты аҫтына ала, уҡыта, республика өсөн милли кадрҙар әҙерләп сығара. Был белем усағы етмеш биш йыл эшләү дәүерендә арҙаҡлы сығарылыш уҡыусылары, тәжрибәле педагогтары һәм тәрбиәселәре менән дан ҡаҙана. Республикабыҙҙың милли кадрҙарын үҫтереүгә төп өлөш индергән уҡыу йортон тамамлаусыларҙы йәмғиәттең бөтә тармағында ла осратырға мөмкин: улар араһында билдәле дәүләт эшмәкәрҙәре, яҙыусылар, шағирҙар, сәхнә “йондоҙ”ҙары һәм ғалимдар бик күп. Беҙҙең әңгәмәсебеҙ – гимназия-интернат директоры вазифаһын башҡарыусы Илнур Сәлихов.

– Илнур Рифат улы, республика брендына әйләнгән белем биреү учреждениеһын етәкләүе үтә яуаплы миссиялыр ул?
– Мин мәғарифта осраҡлы кеше түгелмен. Быға тиклем ҡала мәктәптәрендә ябай уҡытыусынан алып директорға тиклем хеҙмәт юлы үттем. Яңы коллективҡа килгәндә, апаруҡ тәжрибә туплағайным. Балалар тәүлек әйләнәһенә йәшәгән интернат спецификаһын, әлбиттә, ҡала мәктәбенеке менән сағыштырып булмай. Йыл буйына ата-әсәләренән, тыуған йорттан алыҫ булыуға ҡара­маҫтан, ыңғай тәртибе, уҡыуҙа тырышлығы, педагог­тарға ҡара­та ихтирамы менән айырылып торған балаларҙың потенциалы юғары. Беҙҙең бурыс – уларҙы оло тормош юлына лайыҡлы шәхес итеп тәрбиәләп сығарыу. Талапсан, алдынғы ҡарашлы уҡытыусылар һәм тәрбиәселәр коллективы яр­ҙамында уҡыу­сылар рухлы, маҡсатлы, бер төптән булып буй еткерә.

– Был алдынғы мәктәптә һәр ата-әсә тиерлек үҙенең балаһын уҡытырға теләй. Теләүселәрҙең көслө ағымын нисек яйға һалаһығыҙ?
– Беҙгә уҡырға инеү олимпиадалар, имтихандар һөҙөмтәләре аша, белем кимәленең рейтингы буйынса ойошторолған. Әллә ниндәй һәләтле булып та, уҡымайынса, илке-һалҡы йөрө­гән уҡыусы менән, үкенескә күрә, хушлашырға тура килә. Унан алда бала менән мо­тивацияға ҡоролған, яуап­лы­лыҡҡа өндәгән әңгәмәләр уҙғарыла. Аңлаһа инде, ял­ҡаулыҡтан арынып, ең һыҙғанып белем үренә артыла.
Бала яҡшы уҡыһын тиһәң, уны дәртләндереү мөһим. Әлбиттә, уға Маҡтау ҡағыҙы тейешле. Тик уҡыусы уның файҙаһын, әй­тәйек, юғары уҡыу йортона ингән мәлдә генә күрәсәк. Мин баланы хәҙерҙән үк дәрт­ләндереү яҡлы. Әгәр ҙә беҙҙең уҡыусы Бөтә Рәсәй олим­пиадаһында еңеү яулаясаҡ икән, уға һуңғы модель айфон бүләк итәсәкмен. Сөнки пьедесталда баҫып тороу өсөн бала оло һәм ауыр хеҙмәт башҡарған. Ә ни өсөн уға һуңғы модель айфон тейешле? Минеңсә, бөгөнгө замандың вундеркинд уҡыусыһы компьютер технологияларының һуңғы төрҙәре менән генә файҙаланырға тейеш. Әгәр ҙә уҡыусы информатика дәресендә бынан ун йыл элек сығарылған компьютерҙа эшләй икән, ул алдынғы була алмаясаҡ. Өйҙә генә түгел, мәктәптә лә баланы ниндәй әйберҙәр уратып алыуы бик мөһим.
– Һеҙ ниндәй уҡыусыны нығыраҡ хәтерегеҙҙә ҡал­дыраһығыҙ: насарҙымы әллә алдынғынымы?
– Заман мәғарифында тәрбиә эшен алып барыуы еңел түгел. Бигерәк тә, яңы класс йыйылып, төрлө яҡтан балалар йыйылған осорҙа. Коллектив форма­лашҡанда һәр кем үҙен лидер итеп күрһәтергә теләй, ошо нигеҙҙә төрлө конфликттар тыуа. Аҙна һайын тиерлек тәртибе арҡаһында проблемалар тыуҙырған уҡыусы, әлбиттә, хәтерҙә уйылып ҡаласаҡ. Был миҫалды элекке вазифамдағы тәжрибәмдән сығып әйтәм. Ә гимназия-интернат уҡыусылары, киреһенсә, юғары уҡыу күрһәткестәре, ижади үҫешеүе, мәктәп тормошонда әүҙем ҡатнашыуы менән иҫтә ҡала. Әйткәндәй, 7 – 8-се кластарҙа балаларҙы күберәк ижади һәм рухи яҡтан үҫтерергә, яңы һәләттәрен асырға тырышабыҙ. Тап ошо осорҙа баланы күрә белеүҙең һөҙөмтәһе киләсәктә ҙур буласаҡ.
Бөгөн “Үргә ос” проекты өсөн гимназия эксперименталь май­ҙансыҡ булып тора. Иң ҡыуаныслыһы: балалар әлеге проектҡа ярашлы түңәрәктәргә оло теләк менән йөрөй. Мә­ҫәлән, юғары класс уҡыусылары автомәктәптә уҡый. Улар 18 йәше тулыу менән машина йөрөтөү тураһында танытма аласаҡ.
Бейеү менән шөғөлләнеү, инглиз телен ныҡлап өйрәнеү, шахмат уйнау, башҡорт телен модалы итеү – быларҙың барыһы ла беҙҙең сығарылыш уҡыусыһының кимәлен күтәрә.
– Гимназия-интернатты етәк­ләүегеҙгә өс ай самаһы ваҡыт уҙҙы. Эшкә килгән мәлдәге маҡсаттарығыҙ, идеяларығыҙ тормошҡа аша башланымы?
– Иң тәүҙә коллективтың мине йылы ҡабул итеүенә, хуплап тороуына рәхмәтлемен. Әгәр ҙә тормош тәжрибәм етмәгән мәсьәлә килеп тыуа икән, коллегаларымдан кәңәш һорауҙы түбән эш тип һанамайым. Үҙ эшен яҡшы белгән, бурысына яуаплы ҡараған оҫта педагогтар коллективы – минең төп терәгем һәм ярҙамсыларым.
Үҙем ҡасандыр бында уҡыған кеше булараҡ, иң тәүҙә уҡыу­сыларҙың туҡланыу һәм йәшәү шарттарын яҡшыртыу маҡсатын ҡуйғайным. Мәҫәлән, республикала тәүгеләрҙән булып “швед өҫтәле” системаһына күсергә уйлайбыҙ. Бының өсөн ашхананы тулыһынса модернизациялау күҙаллана. Бындай туҡланыу өлгөһө Рәсәйҙең эре ҡала­ларында ҡолас йәйә бара. Беҙгә лә ҡасан да булһа ошо эш моделенә тотонорға тура ки­ләсәк. Әлбиттә, уҡыусылар араһында ашау мәҙәниәтен яйға һалып алғансы аҙыҡ-түлек ҡал­дыҡтары күп буласаҡ. Минеңсә, яҡшы ашаған бала яҡшы уҡыясаҡ та. Милләт, ил килә­сәген тәрбиәләгәндә икмәкте һанап биреү дөрөҫ түгел.
Тағы ла матди базаны яҡшыртыу, ә педагогтарҙы тәжрибә туплау буйынса төрлө курсҡа ебәреүҙе күҙ алдында тотам. Бындай саралар, компьютер яңы режимда эшләргә өйрәнгән кеүек, педагогҡа өр-яңынан “бушанырға” һәм яңынан “тулыланырға” ярҙам итә. Көн дә тиерлек үҙгәреп торған заман мәғарифы уҡытыусыларҙан тулы “перезагрузка” талап итә.
Борис Ғөзәйеров етәксе­легендәге “Беренсе” ассоциа­цияһы менән тығыҙ эшләйбеҙ. Мәктәпте тамамлаусыларҙан торған йәмәғәт ойошмаһы ысын мәғәнәһендә гимназия-интер­наттың бөгөнгө хәленә битараф түгел, һәр саҡ ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер.
– Әңгәмә өсөн рәхмәт!
Белем һәм рух һаҡсылары
Гимназия-интернаттың бай тарихына сығарылыш уҡыусы­ларының ғына түгел, уҡытыу­сыларҙың исемдәрен дә алтын хәрефтәр менән яҙырға мөмкин. 75 йылда төрлө быуын уҡы­тыусылары, гимназия данын күтәреп, балаларға төплө белем биреп эшләй. Уларҙың исеме уҡыусылары күңелендә мәңгегә уйылған. Бөгөн Рәсәй һәм Башҡортостандың педагогик һөнәри конкурстары еңеү­селәре, гранттар эйәләре, РФ-ның, БР-ҙың мәғариф алдын­ғылары һәм отличниктары Рәсимә Алламоратова, Гөлдәр Әхмәтова, Гөлсәсәк Ҡылысова, Гөлнара Белоногова, Лилиә Ғабдуллина, Зөлфиә Зиннәт­шина, Зифа Искәндәрова, Альбина Кайбышева, Әлиә Мәх­мүтова, Рәйлә Хилажева, Гөлнара Рамазанова, Римма Тимербулатова, Сәкинә Тотманова, Динә Фазылғаянова, Рәй­лә Юнысова, Айгөл Мырҙашева, Альбина Ғәлина, Лилиә Әми­нева, “БР-ҙың йәш педагогы” гранты эйәһе Илнур Зәйнет­динов юғары уҡыу йорттары менән бәйләнеш булдырып, эҙмә-эҙлекле эш алып бара, һайлаған һөнәренән йәм табып, сәмләнеп, тыуған мәктәбенә тоғро хеҙмәт итә. Ә уҡыусылары берҙәм дәүләт имтихандарында йөҙ мәрәй йыйған педагогтарға килгәндә, улар – Әмир Ғәлекәев, Илнур Зәйнетдинов, Фая Мөхәмәтвәғизова, Гөлнара Рамазанова. Шулай уҡ Әлфиә Миһранова, Альбина Насирова, Әминә Баймөхәмәтова, Илшат Шакиров кеүек эшһөйәр уҡытыусылар менән алдынғы был белем усағы. Ә йәш уҡытыусыларҙан Рөстәм Кө­мөшбаев, Резеда Шәрәфет­динова, Айгөл Мөхәмәтйәнова үҙ фәнен яратып, илһамланып өйрәтә.
Гимназия-интернат тормошонда физкультура һәм спорт ҙур урын биләй, Айрат Мәғдәнов “Шоңҡар” спорт комплексын етәкләй. Бында РФ-ның атҡаҙанған физкультура һәм спорт хеҙмәткәре Жәлил Йосопов етәкселегендә көрәш секцияһы эшләп килә. Һәр уҡыу йылында көрәш миҙ­гелен Рәми Ғарипов исе­мендәге турнир асып ебәрә. Еңел атлетика түңәрәген РФ-ның физкультура һәм спорт отличнигы, Салауат Юлаев ордены кавалеры Фәйзулла Абдрафиҡов етәкләй. РФ-ның физкультура һәм спорт отличнигы Гөлфиә Зәйнет­динова волейбол буйынса көслө командалар әҙерләй. Шулай уҡ Ғәдинан Ғайсин, Эльвира Ҡунысбаева уҡыу­сыларҙың спорт һәләтен асыуға күп көс һала, аҡыллы кәңәштәре менән ярҙам итә.
Бында һәр педагог ғүмерен гимназияға бағышлай, ваҡытын, көсөн йәлләмәй. Улар белем яғынан ғына түгел, башҡорт телен, рухын һаҡлап ҡалыу өсөн дә ең һыҙғанып эшләй, кәрәк икән, уның өсөн көрәшергә лә, яҡлап сығырға ла ҡурҡмай.

Тәрбиәселәр – икенсе әсәйҙәр
Гимназия-интернатта барлығы 44 тәрбиәсе эшләй: класс менән эшләүсе, ял көндәрендә һәм төндә балаларҙы ҡараусылар. Уларҙың эше баһалап бөткөһөҙ һәм оло маҡтауға лайыҡ. Балаларға маяҡ булып тороусы Минзәлә Шәри­пова, Римма Нәбиева, Римма Иҫәнбаева, Фәнүрә Бәхтегәрәева, Ғәйшә Хәйруллина, Таңһылыу Бикмуллина, Фәүзиә Шафиҡова, Рәзилә Өмөтбаева егерме йылдан ашыу ғүмерен йәш быуынды тәрбиәләүгә арнаны. Ошо йылдар эсендә күпме бала уларҙың аҡыллы кәңәштәрен, фатихаһын алып, оло тормош юлына аяҡ баҫты. Шулай уҡ Дилара Ғәбитова, Гөлнара Вахитова, Фәнзилә Яҡупова, Ләйлә Әбилова, Алһыу Иссурина бала­ларҙың проблемаларын үҙе­некеләй күреп хәл итешә, уртаҡ­лаша һәм уларҙың ныҡлы таянысына әйләнгән.

Тәрбиәсе эше тәү ҡарашҡа ғына бик ябай һөнәр кеүек. Ауыр һәм яуаплы тәрбиәсе эшен оҙаҡ йылдар дауамында бик һирәктәр генә алып бара ала. Бының өсөн түҙемле булыу, балаларҙы яратыу мөһим. Ипле, тыныс холоҡло тәрбиәсе балаларының һәр яҡшы эшенә ҡыуанып, яңылышлыҡтарына борсолоп, хаталарын төҙәтеп, наҙлы ҡарашы, йылы һүҙҙәре менән уларҙың күңеленә юл һала ала. Интернатҡа уҡырға килгән ба­лаларға тәүге тормош дәрестәрен, ятаҡта йәшәү тәртибен, санитар-гигиена талаптарын, үҙеңде тотоу ҡағиҙәләрен дә тәрбиәсе өйрәтә. Ата-әсәһен, тыуған ауылын һа­ғынып илаған балаларҙың эргә­һендә булып, уларҙы ташламаған, йомшаҡ ҡулдары менән баштарынан һыйпаған, арҡаһынан һөйгән, ҡосағына алған кеше лә ул тәрбиәсе.

Ниндәй генә темаларға класс, тәрбиәүи сәғәттәр, әңгәмәләр, асыҡ һөйләшеүҙәр, оло шәхестәр һәм башҡа күренекле кешеләр менән осрашыуҙар үткәрмәй?! Ул ойошторған экскурсиялар, походтар, сәйәхәттәр һуң?! Ошондай сараларҙа балалар айырыуса бер-береһенә, тәрбиәсегә нығыраҡ яҡыная, берҙәм, ойошҡан коллектив барлыҡҡа килә.

Гимназиянан ҡатмарлы тормош­ҡа әҙер булған, аҡыллы, мәҙә­ниәтле, тәрбиәле шәхестәр үҫеп сыға. Ә был – тәрбиәсенең эш һөҙөмтәһе. Уҡыусыларының тәрән белем алып, тормош үрҙәрен яулауында, илгә, халыҡҡа кәрәкле, төрлө өлкәлә үҫешкән кешеләр булып формалашыуында, үҙ ғаиләһен, шәхси тормошон икенсе планға ҡалдырып, эшенә мөкиббән киткән Тәрбиәсенең роле бик ҙур.

***
Төрлө мәғариф сараларында “гимназистар”ҙы күҙҙәре уттай янып тороуынан әллә ҡайҙан уҡ танырға була. Һәләтле бала­ларҙы асыҡлау, уларҙың ижади мөмкинлектәрен тормошҡа ашырыуға булышлыҡ итеү, уҡыусыларға төрлө өлкәләрҙә, шул иҫәптән ғилми-тикшеренеү эшмә­кәр­легендә үҙҙәрен күрһәтеү өсөн, төрлө түңәрәк­тәрҙән тыш, Кесе фәндәр ака­демияһы ойошто­ролған. Был эште 2001 йылда Ғилман Ҡашҡаров башлап ебәрә. Артабан Зи­фа Искән­дәрова да­уам итһә, бөгөн академияны Альбина Ғәлина етәкләй.

Тырыш, талапсан уҡытыусы Альбина Кайбышева етәк­ләгән “Аҡ ҡауырһын” әҙәби түңәрәге тарихы интернат асылған осорға барып тоташа. Республиканың матбуғат, радио-телевидениеһында эшләүсе билдәле журналистар, күре­некле яҙыусылар, шағирҙар тәүге ижади емештәрен ошо түңәрәктә ижад итеп, ҡәләмен һынаған, тәжрибә туп­лаған. Башҡортостандың халыҡ ша­ғиры Рәми Ғари­пов та был түңәрәктә ихлас шөғөл­ләнә, хис-тойғоға бай тәүге шиғыр­ҙарын ижад итеп кенә ҡалмай, түңә­рәктең ҡулъяҙма журналын, гәзит сығарыу эшен дә алып бара.

Йылдар үтеү менән, бында шөғөлләнеүселәр һаны кәмемәй. 2004 йылдан алып түңәрәк “Аҡ ҡауырһын” тип атала башлай. Ҡайһы берәүҙәр “Аманат” журналы, “Йән­шишмә” гәзитенең йәш хәбәрсеһе тигән маҡ­таулы исемгә, мәктәптең Рәми Ғарипов пре­мияһына лайыҡ булды.

Йыр кешегә ҡанат ҡуя, йәшәүгә йәм өҫтәй, күңелгә бөтмәҫ илһам бирә, бер аҙ һағыш­ландыра ла, сәләмәтлеккә лә ыңғай тәьҫир итә. Бер йөрәктә тыуған йыр мең йөрәкте ҡуҙғытып, йәндәрҙе таҙартыу, йөрәктәрҙе сафлау көсөнә эйә. Гимназия-интернаттың “Гәлсәр” хор ансамбле 2016 йылда төҙөлә. Төрлө йәштәге уҡыу­сыларҙан торған хор сафы йылдан-йыл тулылана бара. Ансамбль етәксеһе Айгөл Ишбаева менән концертмейстер Альбина Закирова – үҙ эшенә мөкиббән бирелгән, сәнғәткә ғашиҡ педагогтар. Репертуарҙа, башҡорт халыҡ йырҙарынан тыш, баш­ҡорт композиторҙарының музыкаль әҫәрҙәре, халыҡ йыр­ҙарының эшкәртелгән варианттары ла бар. Шулай уҡ ансамбль тарафынан рус, сит ил композиторҙарының классик һәм популяр әҫәрҙәре лә яратып башҡарыла. Гимназияла үткән бөтә сара хор башҡарыуында Рәсәй һәм Башҡортостан гимн­дары менән башланып китә.
Өс йылда ансамбль, төрлө кимәлдәге конкурс-фести­вал­дәрҙә ҡатнашып, лауреат һәм дипломант исемдәрен алырға ла өлгөрҙө, коллектив Волга бу­йының иң яҡшы өс мәктәп хоры иҫәбенә инде.
Ҡыҫҡаһы, “Гәлсәр” – гимна­зияның исеме есеменә тура килеп торған аҫылташы, ғорур­лығы.

Уҡыусылар “Аҡйондоҙ” халыҡ бейеүҙәре ансамблендә бейей-бейей оҫтара. 2004 йылда Әнүәр Шафиҡов нигеҙ һалған ансамбль республика конкурстарында еңеүсе булып дан яуланы, солистары “Байыҡ” телевизион конкурсында бер нисә тапҡыр юғары оҫталыҡ күрһәтте.

Гимназия-интернат – ЮНЕСКО-ның ассоциациялы мәктәптәре иҫәбендә. Инглиз теле уҡы­тыусыһы Рәйлә Хила­жева етәкселегендә уҡыу­сылар педагогтар менән бергә төрлө халыҡ-ара проекттарҙа ҡатнаша һәм еңеү яулай. Был йүнәлеш балаларҙы ижади һәм мәҙәни аралашыуға, йәш таланттарға төрлө яҡлап үҫергә мөмкинлек бирә.

Башҡорт иле эсендәге бәләкәй башҡорт дәүләте ул Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт гимназия-интернаты. Милли мәктәптәр араһында алдынғы булып, бар яҡтан өлгө күрһәтеү өсөн бында йәше-олоһо көс һала. Башҡаса булыуы мөмкин түгел, сөнки тиҫтәләрсә йыл буйына ныҡлы йола йәшәй: беренселәр пози­ция­һынан ситкә тайпылырға ярамай!

Киләсәктә лә милләтемде, моңомдо һаҡлаған ғәзиз йорт булып ҡал, гимназия!
https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/obrazovanie/mill-temde-mo-omdo-a-la-an-ziz-yort-in-gimnaziya/
Читайте нас: