Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
22 Ноябрь 2019, 22:05

Ирек Сәғитов Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары итеп тәғәйенләнде

БР Башлығы указы менән Ирек Сәғитов Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары итеп тәғәйенләнде.

Белешмә:
Сәғитов Ирек Хәйривара улы 1969 йылдың 11 июлендә Ауырғазы районының Мостафа ауылында тыуған. Рәсәй Эске эштәр министрлығының Өфө юридик институтын тамамлаған.
1991 йылда Өфө автотранспорт техникумында ВЛКСМ секретары вазифаһында эш башлаған.
1992–2000 йылдарҙа – милиционер, отделение командиры, взвод командиры, командир урынбаҫары, Башҡортостан Республикаһының Эске эштәр министрлығы ОМОН-ы оператив ротаһы командиры.
2000–2003 йылдарҙа – Башҡортостан Республикаһының Эске эштәр министрлығы ОМОН-ы отряды командирының техника һәм ҡоралланыу буйынса урынбаҫары.
2003 йылда – Башҡортостан Республикаһының Эске эштәр министрлығы ОМОН-ы командиры урынбаҫары.
2003–2016 йылдарҙа – Башҡортостан Республикаһының Эске эштәр министрлығы ОМОН-ы командиры.
2016–2018 йылдарҙа – Рәсәй гвардияһының Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы ОМОН-ы командиры.
2018–2019 йылдарҙа – Рәсәй гвардияһының Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы начальнигы урынбаҫары.

Салауат Юлаев ордены менән наградланған.
https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/Irek-S-itov-Bash-ortostan-H-k-m-te-Premer-ministri-urinba-ari-itelde-16963/
Читайте нас: