Тәүҙә район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Илгиз Теләүбаев сараға йыйылған 150-нән ашыу хеҙмәткәрҙе саф башҡорт телендә тәбрикләп, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишеваның шиғыр юлдарын уҡып ишеттергән.
Сарала ойошма-предприятие, учреждение еткәселәре, ауыл биләмәләре башлыҡтары, мәғариф һәм мәҙәниәт идаралыҡтары, йәмәғәт ойошмалалы вәкиләре ҡатнашҡан. Улар менән мохтажлыҡ кисергән граждандарҙың айырым категорияларына дәүләт ярҙамы күрһәтеү, "Айыҡ ауыл - 2019" республика конкурсының район этабын йомғаҡлау, ауыл-ҡасабаларҙы төҙөкләндереү, биләмәләрҙә урындағы башланғыстарҙы хуплау программаларында ҡатнашыу үтәлеше, башҡорт телендә донъя күргән "Урал" гәзитенән яҙылыу, Яңы йыл байрамдарын хәмерһеҙ уҙғарыу кеүек мөһим һорауҙар ҡаралған.