Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
22 Ноябрь 2019, 11:30

«Ҡатын-ҡыҙҙың бәхет биләмәһе» Ишембайҙа

Әсәләр көнө алдынан ҡалала күркәм сара үтте. Мәҙәниәт һарайында гүзәл зат вәкилдәре психологтар һәм табиптар менән осрашты. Юғары квалификациялы белгестәр көн дауамында урындағы ҡатын-ҡыҙҙарға сәләмәтлек, әсәлек, балалар һәм үҙ-үҙеңде тәрбиәләү буйынса кәңәштәрен еткерҙе.

Яҡынлашып килгән байрам менән Ишембай әсәләрен Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров тәбрикләне. Ҡотлау телмәрендә ул балаларға һөйөү биргәндәре , ғаилә усағын һаҡлағандары өсөн гүзәл заттарға рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе. Кисә «Голос» проектында ҡатнашыусы Мәрйәм Мерабованың сығышы менән тамамланды.

Яңылыҡтарҙан.
Читайте нас: