Конференцияның эшендә Азербайжан, Ҡаҙағстан кеүек сит илдәр вәкилдәре, Мәскәү ҡалаһы, Коми, Саха-Яҡут, Тыва, Татарстан кеүек Рәсәй төбәктәре ғалимдары ҡатнаша.
Сараны Башҡортостан Фәндәр академияһы президенты, педагогика фәндәре докторы Әлфис Ғаязов асып, республика Башлығы Радий Хәбировтың тәбрикләү сәләмен уҡып ишеттерҙе.“Ҙур Рәсәй энциклопедияһы” ғилми нәшриәтенең баш мөхәррире Сергей Кравец пленар өлөштәге сығышында ла, журналистар менән ойошторолған әңгәмә барышында ла бөгөнгө сараның маҡсатын, әһәмиәтен, энциклопедия белгестәре алдында торған бурыстарҙы айырып билдәләне.
Бөгөнгө көндә әлеге нәшриәт тарафынан Дөйөм милли фәнни-белем биреү интерактив энциклопедия порталы булдырыла. Был үтә мөһим, киң даирәле эштә федераль кимәлдәге һәм төбәктәрҙәге барлыҡ энциклопедия коллективтары ҡатнаша, тип әйтһәк тә хата булмаҫ, сөнки яңы портал иҫ киткес ҙур мәғлүмәти, ғилми базаға эйә буласаҡ.
2021 йылда старт аласаҡ порталда 120 мең энциклопедик аңлатма (слот) урын аласаҡ. Артабан йыл һайын 20 мең самаһы яңы слот өҫтәп барыу күҙаллана.
Портал бер нисә кимәлдән торасаҡ, уның иң ябай өлөшө киң ҡатлам халыҡҡа тәғәйенләнә. “Бында һәр кем үҙен ҡыҙыҡһындырған һорауға яуап, үҙенә кәрәкле мәғлүмәт табырға тейеш. Күптәр порталдың эшмәкәрлеген википедия менән сағыштыра, әммә улар араһында айырма ҙур ғына: энциклопедия порталындағы мәғлүмәт ғалимдар, белгестәр тарафынан әҙерләнә һәм һәр йәһәттән ныҡлы тикшереү үтә”, - тине “Ҙур Рәсәй энциклопедияһы” ғилми нәшриәтенең баш мөхәррире Сергей Кравец.
Портал мәктәп уҡыусылары һәм уҡытыусылар, студенттар, ғалимдар, төрлө тармаҡ белгестәре, ғөмүмән, үҙенең белем кимәлен арттырыу менән даими шөғөлләнгән кешеләр өсөн ҙур ярҙамсы, киң һәм бай мәғлүмәт сығанағы буласаҡ тип күҙаллана.