Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
21 Ноябрь 2019, 21:25

Шул тиклем кейәүгә сыҡҡыһы килгән...

"Мин һиңә өйләнәм" тигән тылсымлы һүҙҙәрҙе әйткән иргә 29 йәшлек ҡатын 300 мең һум аҡса күсергән. Хәҙер ни аҡса, ни ир юҡ...

Өфөлә йәшәүсе ҡатын социаль селтәрҙәрҙең береһендә һөйкөмлө генә ир менән танышҡан.
Яҙыша торғас, ирекәй ҡатынға кейәүгә сығырға тәҡдим яһап, минең илгә күсеп кил, тип саҡырған.
Ҡатын ҡыуанып, шулай ҙа айыҡ аҡыл менән эш итергә тырышып, тәүге осрашыуҙы Өфөлә үткәрәйек, тигән. Ир ризалашҡан. Әммә бер аҙҙан, һиңә тиклем килеп етергә аҡса етмәй, тип зарланған.
Ирҙең фотоһына ғашиҡ булған гүзәл зат һаҡлыҡты онотоп, уға аҡса ебәрә башлаған. Ун көн эсендә 300 меңдән ашыу аҡсаһын ирҙең иҫәбенә һалған.
Инде килеп етәһеңдер, тигән борсолоулы хәбәрҙе ебәреп өлгөрмәгән ҡатын - ир бәйләнешкә сығыуҙан туҡтаған.

Үҙенең алданғанын аңлағас, ҡатын полицияға мөрәжәғәт иткән.
https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/shul-tiklem-key-g-sy-y-y-kilg-n-/
Читайте нас: