Бөгөнгө экскурсияны Каринэ Хәбирова ойошторҙо, ул бинала төҙөкләндереүҙе шәхсән күҙәткән. Бында ғаилә бүлмәләре булдырылған. Бер бүлмәлә өс кеше йәшәй. Балалар йортона “Газель Некст” автобусы һатып алынған. Радий Хәбиров сәй эскәндә балаларҙы 24 ноябрҙә үтәсәк “йәшел дерби” – “Салауат Юлаев” һәм “Аҡ Барыҫ” араһында хоккей уйынына саҡырҙы.