Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
21 Ноябрь 2019, 11:50

Кем 34 миллион һумлыҡ мөлкәтенән ҡолаҡ ҡаҡҡан?

Полицияның элекке хеҙмәткәре 34 миллион һумлыҡ мөлкәтенән ҡолаҡ ҡаҡҡан.

Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығы Шәхси именлек хеҙмәтенең элекке хеҙмәткәре 2012 – 2017 йылдарҙа, йылына 1 миллион һум килем алып, әллә күпме күсемһеҙ милек объектына, автомобилдәргә һәм башҡа мөлкәткә эйә булған. Шул уҡ ваҡытта ул мөлкәтенә, килеменә декларацияны дөрөҫ күрһәтмәгән һәм уларҙың барыһын да туғандарына йәки таныштарына рәсмиләштергән. Прокуратура полиция подполковнигының мөлкәтен тартып алыу талабы менән судҡа мөрәжәғәт иткән.
Шулай итеп, суд экс-полицейскийҙың Өфөләге элиталы йорттарҙағы алты фатирын, машина ҡуйыу өсөн дүрт урынын, коттеджын, ер участкаһын, автомобилен дәүләт иҫәбенә тартып алыу тураһында ҡарар сығарған. Бынан тыш, һатып өлгөргән мөлкәте урынына 13 миллион һум, Евпаторияла һатып алғандан һуң үҙенә рәсмиләштерелеп өлгөрөлмәгән ике фатиры тартып алынған. Әммә яуапҡа тарттырылыусы был ҡарар менән ризалашмаған һәм аппеляцияға биргән. Үҙ сиратында республиканың Юғары суды был ҡарарҙы законлы тип тапҡан.
Шулай итеп, ҡануниәткә ярашлы, законға яраҡһыҙ йыйылған бар мөлкәт Рәсәй Федерацияһы ҡаҙнаһына күсереләсәк.
Читайте нас: