Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
21 Ноябрь 2019, 16:00

Ирҙе юлға бәреп киткәндәр

Балаҡатай районы Яныбай ауылы эргәһендәге машина юлында ныҡ имгәнгән ирҙе күрәләр. Шаһиттар әйтеүенсә, уны үтеп барған автомобилдән ташлап киткәндәр. Бындай күренеште сит ил киноларында ғына күреп өйрәнгәс, беҙҙә булыуына ышанғы ла килмәй, әммә был - факт.

"Ирҙе аҡ төҫтәге"Chevrolet"тан ырғыттылар. Руль артында сегәнгә оҡшаған кеше ине", - ти ваҡиғаны күреүселәр. Был хәл 17 ноябрҙә көндөҙгө 3-тәр тирәһендә була.
Ирҙе Дыуан үҙәк район дауаханаһына килтерәләр, әммә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ғүмерен һаҡлап ҡала алмайҙар - төн урталарында ир үлә. Уның яңаҡ һөйәге һынған, тәне ныҡ күгәргән, маңлайында ҙур яра, шулай уҡ баш мейеһендә ябыҡ төрҙәге йәрәхәт була. Был хәл-ваҡиға буйынса Тәфтиш комитеты тикшереү эше башлаған. Үлем сәбәптәрен асыҡлау өсөн ваҡиғаның шаһиттарынан ниндәй булһа ла мәғлүмәт биреүен үтенәләр.https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/Ir-e-yul-a-b-rep-kitk-nd-r-15549/
Читайте нас: